Әбйәлил районынан Батыр Хәмзин, Магнитогорск ҡалаһында эшләп, пенсияға сыҡҡан. Ҡатыны менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары һуғыш төрҙәре менән шөғөлләнә, Башҡортостан чемпионы булған, Рәсәйҙә өсөнсө урынды яулаған.
Яңы килгән яугирҙарҙы бүлгән ваҡытта Батыр бунт күтәрә. Башҡортостандан 60 егетте бөтөнләй башҡа яҡҡа оҙатмаҡсы булалар. Шунда ул, баш тартып, беҙ Шайморатов батальонына тип килдек, тик шунда хеҙмәт итәсәкбеҙ, тигән шарт ҡуя. Уларҙы, трибуналға бирәбеҙ, тип ҡурҡытып та ҡарайҙар, ике көн буйы тегендә-бында йөрөткәндән һуң барыбер Шайморатов батальонына килтереп тапшырырға мәжбүр булалар.
Килеү менән Донецк йүнәлешендә штурм төркөмөнә эләгә. “Док” әйтеүенсә, күрешеп, яҡындан танышып та өлгөрмәйҙәр. Һәм алыштан егетебеҙ бөтөнләй икенсе кеше булып сыға.
Шулай бер тапҡыр яралыларҙы эвакуацияларға китеп барғанда дрон-камикадзе һөжүм итә. “Хирург” менән машинанан сығып, ата башлайҙар һәм камикадзены юҡ итәләр. Тик оҙаҡ тора алмайҙар, дошман шунда уҡ минометтан ут яуҙыра башлай. Тиҙ генә ҡабат машинаға ултырып ҡасалар. Аҙаҡ ҡабат килеп дронды табып, кәрәкле урынға тапшыралар.
Тағы бер тарих. Һуғышта күп нәмә бәхетле осраҡтан тора. Шулай “Море” менән китеп барғанда тағы дрон һөжүм итә. Егеттәр машинаның аҫтына инеп ҡаса. Дрон ырғытҡан снаряд “Море”ның каскаһына килеп бәрелә һәм ергә төшә. Егеттәр нимә эшләргә белмәй ҡатып ҡала. Тик мөғжизә менән генә снаряд шартламай. Аҙаҡ фотоға ла төшөрөп алалар. Снарядҡа “За Волина” тип яҙылған була.
Яраланып та өлгөрә Батыр, Башҡортостан Башлығының ҡулынан миҙал алыу бәхетенә лә ирешә.