Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май 2023, 07:00

Кеше иренә ғашиҡ булып, яҙмышымды емерә яҙҙым

Ҡатын-ҡыҙға, үҙ-үҙеңде яратырға кәрәк, тиҙәр. Мин дә үҙ-үҙен яратҡан, үҙ дәрәжәһен белгән ҡыҙ инем. Һәм буласаҡ тормош юлдашым итеп булдыҡлы, эшлекле егеттәрҙе генә күрҙем. Миңә осрағандары йә эсә, йә эше юҡ, яуапһыҙҙар, йоҡа елкәлеләр. Танышырға теләүселәрҙе кире ҡағып тик торам. Шундай егеттәргә асыуым килә ине.
Һәм осраттым бит үҙемә оҡшағанын!.. Эй  итәғәтле, хәбәрҙе матур итеп һөйләй, бөхтә кейенә,  иномаркала ғына йөрөй, үҙенең бизнесы бар. Ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. “Бына ул минең кешем!” – тип уйланым.
Тик шатлығым оҙаҡҡа барманы. Уның ҡатыны, ике малайы барлығы асыҡланды. Улай өҙгөләндем, былай өҙгөләндем. Мин бит уны бик ныҡ яратып өлгөрҙөм, ул да мине ярата. Оҙаҡ та аралашманыҡ,  бергә йәшәргә саҡыра башланы. Ҡыҫҡаһы, бергә йоҡларға тәҡдим итте. Асыуым килде (хәлдең ошолай килеп сығыуына былай ҙа бар донъяға асыуым килә ине), әйттем: «ниңә мин ирем булмаған кеше менән никахһыҙ йоҡлап ятырға тейеш?» Башкөллө уға ғашиҡ булһам да, аҡылымды юғалтмағанмын әле. 
– никах уҡытып, һине икенсе ҡатын итеп алам. Дин бит быны рөхсәт итә. Һиңә лә фатир алып бирермен, – тине. 
Ысынлап та, ниңә бындай уңышлы, матур, аҡыллы ир минеке лә булмаҫҡа тейеш? Минең дә шундай ирҙән һөйөп-һөйөлөп, балалар үҫтереп йәшәгем килә, һөйөүе икебеҙгә лә етер, тип уйланым. Тик никах уҡытҡансы нишләптер уның ғаиләһен күргем килде. Ул тәүҙә аптыранды, шунан күнде.
Бер көн эштән һуң фатирына алып ҡайтты. Фатиры бөхтә, матур. Ике малайы йүгерешеп уйнап йөрөй. Ә ҡатыны шундай сибәр, тик күҙҙәре генә моңһоу. Бер ниндәй ыҙғыш та, ғауға ла ҡуптарманы, тыныс ҡына “эйе”, “бар” йә “юҡ” тип яуап биреүҙән ары китмәне. Беҙгә сәй яһап бирҙе лә малайҙары менән бер бүлмәгә инеп юғалды.
Белмәйем, ниңә мин ул бүлмәгә барғанмындыр, бәлки, күңелем менән һиҙгәнмендер. Ир ҡатынына екерергә тотонмаһынмы!.. Үҙ-үҙемә урын тапмай тора биргәс, кейендем дә ҡайтып киттем. Юл буйына башымды ауыр уйҙар төйҙө генә.
Иртәнсәк төплө ҡарарға килеп уяндым. Юҡ! Былай ярамай. Киләсәктә ни булһа ла булыр, әммә  кеше ғаиләһенә ҡыҫылыу – бөтөнләй ярамаған эш!  ул иргә лә һыуынғандай булдым. Әллә яҙмышыма бойһоноуым шулай тәьҫир итте.
араны өҙҙөм, хатта эшемде лә ҡаланың икенсе яҡ осона алыштырҙым. Шулай, яҙмышымды Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, тормошомдо үҙ ағышына ҡуйып йәшәй башланым...
...Тышта ҡара көҙ, һыуыҡ, туңдырған, әммә ҡар ятмаған ине әле. магазинды бикләп эштән ҡайтырға сыҡҡансы киске сәғәт 11, 12-ләр тирәһе булып китә. Йортҡа хәтле йәйәүләп ун минут барырға. Урамда кеше-фәлән бөтөнләй күренмәй, машиналар ҙа һирәк йөрөй. Бер яҡтараҡ юлдың ситенән генә бер ирҙең сайҡала-сайҡала китеп барғаны күҙгә салынып ҡалды. ҡапыл машинаның тормоз тауышына һиҫкәнеп киттем. Ҡараһам, урам уртаһында кеше ята, эргәһендә – машина. Был бит китеп барған ир! Тирә-яҡта кеше-фәлән күренмәй. Йүгереп эргәһенә барҙым. Йәш егет. Эйелгәйнем – араҡы еҫе... Ыңғырашып күҙҙәрен асты, йылмайырға тырышып, “фәрештә” тине лә күҙен кире йомдо (башымда һәм муйынымда ап-аҡ шапка менән шарф ине). Фәрештә, имеш, “алкаш” тип эстән генә уйлап ҡуйҙым. Ошолай итеп үҙебеҙҙең башҡорт егеттәренең эсеп йөрөүенә йәнем әсене. Ул арала машиналағылар (егет менән ҡыҙ) килеп еттеләр. “Ул үҙе һикерҙе”, – тип бер туҡтауһыҙ ҡабатлай егет. “Скорый” саҡырҙым, полицияға үҙегеҙ шыл­тыратығыҙ”, – тинем. Улары көттөрмәне, килеп тә етте. “Тиҙ ярҙам: “не переживайте, жить будет”, – тип алып китте. Полиция документтар тултырып, мәғлүмәттәрҙе алып ҡалды. Көскә ҡайтып йығылдым...
Был ваҡиғаға бер-ике ай үтеп, онотолоп та бара ине, эш көнө тамамланып барғанда хеҙмәттәшем йылмайып килеп ингән: “Һеҙҙе унда бер егет көтә, ҡулында – сәскәләр...” Аптырап, сыҡтым. Һомғол  кәүҙәле матур ғына егет баҫып тора. Таныным, был теге машина аҫтында ҡалған егет ине. “Бына һеҙҙе эҙләп табып рәхмәт әйтергә килдем”, – тине. Шул арала танауыма тағы араҡы еҫе килеп бәрелде, бар булған кәйефем төштө лә ҡуйҙы. Эскән кешене яратмауым тураһында әйттем. “Уйланым инде шулай булыр тип, ҡыйыулыҡ өсөн генә эскәйнем шул. Тик сәскәмде генә алығыҙ инде”, – тип ҡулыма гөлләмәне тотторҙо ла хушлашмай боролоп сығып  китте. Әҙерәк аҡһаңҡырап атлағанын артынан ҡарап, аптырап тороп ҡалдым. Үҙемдең тупаҫлығым өсөн үҙемде әрләнем.
Бер нисә көндән эштән сыҡһам, был урамда көтөп тора. “Мөмкинме һеҙҙе оҙатып ҡуйырға? Эсмәнем”, – ти был. Шулай аралашып киттек был егет менән. Аҙ һүҙле, күпселеген мин һөйләйем, һорайым, ул яуап ҡына бирә. Эсеүен иҫәпкә алмағанда, бик һәйбәт, итәғәтле, нескә күңелле егет булып сыҡты. Теге аварияла аяғы һынған булған. “Бер ни ҙә  иҫләмәйем, ныҡ иҫерек булғанмын. Төкөгән водителгә бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ, барыһына ла үҙем ғәйепле”, – тине.
Шулай бер йыл тирәһе дуҫлашҡандан һуң өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Элеккемде һөйләгәйнем: “мин һине ҡыҙ килеш алдым, шуныһы иң мөһиме”, – тине. Ситтән тороп вуз бөттө, һәйбәт эшкә урынлашты, ипотекаға фатир ҙа, машина ла һатып алдыҡ. Эсеүе лә һирәгәйҙе. Ысынлап та, яңылышмағанмын, бик һәйбәт кеше булып сыҡты. Кеше йәнле, бигерәк асыҡ күңелле. Уның изге холҡон үҙ мәнфәғәте өсөн генә ҡулланырға тырышҡан кешеләр ҙә бар, уларҙы күрһәм, асыуым ҡабарып китә. Ун бер йылдан ашыу бергәбеҙ, ике бала үҫтерәбеҙ. Балаларҙы бик ныҡ ярата, уларға ҡарата бигерәк йомшаҡ. Өсәүләшеп минән әрләнеп тә ҡуялар. Ҡаты булһам да, ирем “эй кәләшемде генә” тиһә, балалар муйыныма килеп һарылһа, ирейем дә төшәм.
Бер көндө сауҙа үҙәгендә йөрөп ятҡанда берәүҙең исемем менән өндәшкәненә боролоп ҡараһам, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Был осрашыуҙы күҙ алдына килтерергә тырышҡайным инде. Әммә ни тиклем үҙемде ғәйепле тойһам да, ғәфү үтенергә теләһәм дә, алыҫтан урап ҡасыр инем, тигән ҡарарға килгәйнем. Тик ҡасып ҡотола алманым. Ҡаршымда, икенсе кәләшлеккә алам, тип йөрөгән ирҙең ҡатыны тора ине...
Кафеға инеп бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Дөрөҫөрәге, ул һөйләне, мин тыңланым, ғәфү үтендем. Ауыл ҡыҙы, ире ҡаланыҡы булған. Студент йылдарында танышҡандар. 
«Өйләнешкәндә бер нимәбеҙ ҙә юҡ ине. Икенсе улыбыҙға ете ай булғас уҡ эшкә сыҡтым. Балаларымды ҡәйнәмдәр ҡарашты. Ул йүнле генә бер ерҙә лә эшләй алмағас, үҙ бизнесыбыҙ тураһында уйлай башланыҡ. Мин ике эштә эшләнем. Бизнес башта бик алға барманы. Етмәһә, ипотекаға фатир алғайныҡ. Яйлап ҡына ҡулына аҡса инә башлағайны, һулаҡайға йөрөгәне һиҙелә башланы. Ҡул күтәрмәһә лә, мине мораль яҡтан юҡҡа сығара  барҙы. Тәүҙә илай, инәлә инем. Малайҙарымды йәлләнем. Унан күндем. Һин киткәндән һуң бик туҙынды, бар көсөн миңә төшөрҙө. Тик оҙаҡ “ҡайғырып” йөрөмәне, икенсеһе табылды.
Әле булһа ла, бәлки, түҙеп йәшәп ятҡан булыр инем, сабырлығымдың һуңғы тамсыһы миңә ауырыу алып ҡайтып йоҡтороуы булды. Балаларыма йоғоп ҡуймаһын, тип апайыма күстем. Фатир – миндә, бизнес, машина унда ҡалды. Фатирға килеп инеүе шундай ытырғаныс ине. Һаттым да бөтөнләй сит илгә сығып киттем. Урынлашҡас, балаларымды ла ҡайтып алдым. Әлеге тормошом менән бик ҡәнәғәтмен. Тик балалар ғына атаһын һағына.
Ә ул бизнесын да юҡҡа сығарған. Машинаһы ла юҡ. Әсәһенең өйөндә йәшәп ята»...
Бына, шулай ҙа тормош була икән... Хәбәремде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: уңышлы, матур, һәйбәт ирҙәрҙең артында көслө, сабыр, аҡыллы һәм һәр ваҡыт арҡа терәрлек ҡатындары тора. Күп кенә ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә ошоно аңлап етмәй шул.

Серлебикә.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: