"Янғантау"ҙа йылы осрашыу

Шифахана директорының элекке урынбаҫары, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында полк командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән Айҙар Исмәғилев ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан сағында үҙенең хеҙмәттәштәре менән орашыуға килгән.

"Янғантау"ҙа йылы осрашыу"Янғантау"ҙа йылы осрашыу
"Янғантау"ҙа йылы осрашыу

Был турала яҡташтары хәбәр итеп, яугирҙың хеҙмәттәштәре менән осрашыуы барышында оператив кәңәшмәлә лә ҡатнашыуын белдерҙе. Шифахана хеҙмәткәрҙәре өсөн был күрешеү шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс ваҡиға була.

Айҙар Мәжит улы Мәсетле ауылынан. Мобилизацияға тиклем ул "Янғантау"ҙың үҫешенә күп көс һала. Бөгөн алғы һыҙыҡта хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштары лайыҡлы билдәләнгән, тиелә яҙмала: ул Генерал Шайморатов ордены һәм башҡа хәрби наградалар менән наградланған.

Осрашыу йылы мөхиттә үткән. Айҙар Исмәғилев хеҙмәттәштәренә даими ярҙам, шул иҫәптән гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт әйткән.

Батыр яҡташыбыҙға матур ялдар теләйбеҙ!

Һуғыш тиҙерәк бөтһөн! Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын яугир ир-егеттәребеҙ! 

Фото: https://vk.ru/im/convo/445972280?entrypoint=list_all&w=wall-172730670_18786

Өфө – Донбасс араһы – бараһы ла, бараһы

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас