Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2021, 10:07

Өфөлә Бәшир Рәмиев исемендәге математика лицейы төҙөләсәк

Тәүге компьютерҙы булдырған Баймаҡ ғалимы хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙған.

Өфөлә Бәшир Рәмиев исемендәге математика лицейы төҙөләсәк
Өфөлә Бәшир Рәмиев исемендәге математика лицейы төҙөләсәк

 

«Бөгөн информатика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был дата республикабыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе Бәшир Рәмиевҡа туранан-тура бәйле. 1948 йылдың 4 декабрендә ул Исаак Брук менән берлектә СССР-ҙа тәүге «Автоматик һанлы электрон машина» проектын тәҡдим итә.

Ә бер нисә йыл үткәс, Бәшир Рәмиев тәүге «Уҡ» совет компьютерын булдыра. Һуңыраҡ киң билдәле «Урал» хисаплау машинаһын төҙөй. Ғалимдың эштәре совет оборонаһында һәм космик программаларында киң ҡулланыла. 

 

Бәшир Искәндәр улы Рәмиев 1918 йылдың 1 майында Баймаҡ районында донъяға килә. Техник фәндәр докторы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Сталин премияһы һәм СССР ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнгән.

 

Бәшир Рәмиев 1955-1969 йылдарҙа Пенза ҡалаһында йәшәй, Математик машиналар ғилми-тикшеренеү институтында эшләй («Рубин» фәнни-производство предприятиеһы).  

 

Пензала уның исеме урамға бирелгән һәм «Рәмиев» технопаркы төҙөлгән. Кисә Өфөнөң 450 йыллығына арналған кәңәшмәлә Бәшир Рәмиев исемендәге математика лицейы төҙөү тәҡдиме яңғыраны. Һеҙҙең фекерегеҙҙе белергә теләйем. Тауыш бирегеҙ!» – тип белдерә Радий Хәбиров. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: