Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2021, 15:30

Видео төшөр, мем яһа һәм тиҫтәләрсә мең һум аҡса от!

Берҙе хәбәр иткәйнек - Башҡортостан Журналистар союзы “Вирусты бергәләп еңәйек!” тигән вайндар, мемдар һәм видеороликтар конкурсы иғлан иткәйне. ⏬

Видео төшөр, мем яһа һәм тиҫтәләрсә мең һум аҡса от!
Видео төшөр, мем яһа һәм тиҫтәләрсә мең һум аҡса от!

Бәйгенең шарттары үтә ябай һәм һәр кемдең ҡулынан килерлек.

Онотмағыҙ! Бәйгенең дөйөм приз фонды 300 мең һум тәшкил итә!

Еңеүселәр өс номинацияның һәр ҡайһыһында айырым билдәләнәсәк һәм түбәндәге приздарға лайыҡ буласаҡ: I урын – 50 мең һум, II урын – 30 мең һум, III урын – 20 мең һум.

Конкурс 27 июлдән 26 авгусҡа тиклем бара. Шарттарҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1. Вайндар һәм видеороликтар төшөрөгөҙ, мемдар уйлап табығыҙ; 2. @mass_media_rb билдәһе аҫтында социаль селтәрҙәргә һалығыҙ; 3. #вместевируспобедим, #язавакцинацию хештегтарын ҡуйығыҙ.

Конкурстың тулыраҡ ҡағиҙәләре һәм шарттары менән http://xn--90aj4ac.xn--p1ai/%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B8/1547-prikolnis-v-podderzhku-vakcinacii-i-poluchi-50-30-20-tysyach.html һылтанмаһы буйынса БР Журналистар союзы сайтында танышырға мөмкин.

Эштәрегеҙҙе түбәндәге электрон адресҡа ебәрегеҙ: [email protected]. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-07-83.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: