Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 05:28

17 ғинуар

Имашев Урал Булат улы (1945—3.02.2018), ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1981—1992 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының органик химия кафедраһы мөдире, 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефтехимик эшкәртеү проблемалары институты директоры. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Д. И. Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Театр эшмәкәрҙәре Ғәлиә һәм Булат Имашевтарҙың улы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
Ғәзизов Юнир Хәсән улы (1950—15.05.2006), цирк артисы, һауа гимнасы. 1973—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт цирк компанияһының Башҡортостан цирк коллективы артисы, шул иҫәптән 1982—1990 йылдарҙа коллектив директоры; 1990—1997 йылдарҙа Рәсәй Дәүләт цирк компанияһы артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984). Бөтә Союз цирк артистары конкурсы (Свердловск ҡалаһы, 1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1986) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы (1950), ғалим-химик. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан — ғәмәли химия һәм физика, 2015 йылдан — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Химия бүлеге ғилми секретары, 2000—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты ярҙамсыһы. Химия фәндәре докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сыуалкип ауылынан.
Коваленко Олеся Николаевна (1975), спортсы. Самбо һәм дзюдо буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, дзюдо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, сумо буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, егерме өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм ун дүрт тапҡыр Европа чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Ил һәм донъя буйынса
Педро Кальдерон (1600—25.05.1681), Испания драматургы, шағир.
Энн Бронте (1820—28.05.1849), Англия яҙыусыһы, шағир.
Антанас Баранаускас (1835—26.11.1902), Литва шағиры, католик епискобы.
Дуглас Хайд (1860—12.07.1949), Ирландияның беренсе президенты (1938—1945).
Мак Сеннет (1880—5.11.1960), Америка кинорежиссёры, продюсер.
Николай Комиссаров (1890—30.09.1957), СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1946).
Юрий Файер (1890—3.08.1971), СССР дирижёры, скрипкасы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1951).
Барлас Камалов (1930—5.02.2004), Татарстан яҙыусыһы, журналист.
Мирча Снегур (1940), Молдованың беренсе президенты (1990—1997).
Семён Альтов (1945), СССР һәм Рәсәйҙең сатирик яҙыусыһы, сценарист һәм режиссёр, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
Игорь Николаев (1960), СССР һәм Рәсәй композиторы, йырсы һәм актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2019).
Зоуи Дешанель (1980), Америка актрисаһы, йырсы.
Симона Симонс (1985), Нидерланд йырсыһы, «Epica» төркөмөнең төп вокалсыһы.
Байрамдар, иҫтәлекле даталар
Балаларҙың уйлап сығарыуҙары көнө

Фото: Т.Аманов

Читайте нас: