Бөтә яңылыҡтар

Инәй яугирҙар рухына доға ҡыла

Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Инәй яугирҙар рухына доға ҡыла
Инәй яугирҙар рухына доға ҡыла

Яугирҙар

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА – Алтынбикә

Беҙ ҡайтырбыҙ, тиеп яуға китте
Ил саҡырғас, Ватан улдары,
Бар тәбиғәт, барса халыҡ теләй
Имен генә булһын юлдары.

Хушлашҡанда йыр, бейеүҙәр менән
Күңелдәрҙе арбап киттегеҙ,
Ошо сифат менән башҡорттарҙы
Мәңге үлмәҫ данлы иттегеҙ.

Ата-бабаларҙың яугир рухы
Әйҙәй һеҙҙе ҡыйыу алышҡа,
Зарланмайса күтәрергә йөгөн
Аяуһыҙ ҙа булған яҙмыштың...

Замананың батыр яугирҙары
Илгә еңеү яулап ҡайтығыҙ,
Өҙөлөп көтә һеҙҙе ғаиләгеҙ,
Атай-әсәй, тыуған йортоғоҙ.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: