Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель , 07:30

Ҡасан картуф ултыртырға мөмкин? Уны ярып ултыртырға яраймы?

Май айы ла етмәгән, картуф ултырттыҡ, бер эштән ҡотолдоҡ, тип яҙа ҡайһы берәүҙәр. Шулай иртә ултыртырға яраймы һуң? Белгестәр әйтеүенсә, һалҡын ергә ултыртырға ашығырға кәрәкмәй.

Ҡасан картуф ултыртырға мөмкин? Уны ярып ултыртырға яраймы?
Ҡасан картуф ултыртырға мөмкин? Уны ярып ултыртырға яраймы?

Ер һалҡын булһа, картуф үҫмәйенсә ултыра, киреһенсә, һуңға ҡалып шытыуы бар. Картуф ултыртҡан тәрәнлектә 8 градус йылылыҡ булырға тейеш. Ер йылы, өлгөргән, эшкәртелгән булһа, яҡынса май урталарында ултыртырға була. Июнь башында ултырһаң, уңыш бер аҙ кәмей, ти белгестәр. Сысҡандар булмаһа, һалам аҫтында ла үҫтерергә була. Картуфты киҫеп ултыртырға яраймы? Картуфты киҫеп ултыртыу бер картуфтағы ауырыуҙы икенсеһенә тарата икән. Шуға киҫеп ултыртырға уйлаһағыҙ, картуфтың ауырыу булмауына иғтибар итегеҙ. Эре, бер ниндәй ауырыуы булмаған картуфты киҫеп ултыртып мөмкин. Шулай уҡ һирәк осрай торған йәки ҡайҙандыр табылған сорт булһа, киҫеп ултыртырға була. Мәҫәлән берәү 5-10 картуф алып ҡайтты, ти. Был осраҡта бысаҡты марганцовкалы һыуға тығып алып, киҫеп ултыртығыҙ. Эре картуфты киҫмәйенсә һирәгерәк итеп ултырһаң, уңыш мул була. Күптәр, тәрәнерәк ултырһаң, картуф уңа, тиҙәр. Ысынында, картуфты һай ултыртырға кәрәк, ти белгестәр. Бик тәрән ултырһаң, шытып сыҡҡансы картуф ауырыуҙарға бирешә. Ямғыр күп яуһа, тәрәндә ҡалған картуф серей. Өҫтәрәк ултырһа, тиҙ йылына, тиҙерәк үҫеп, уңышты алданыраҡ бирә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: