Бөтә яңылыҡтар

Сертификат ал да, сәйәхәт ит!

  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығынынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 майҙан пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик путевка хаҡының бер өлөш түләүгә субсидия сертификаттары тапшырыла башлаясаҡ.  

Сертификат ал да, сәйәхәт ит!
Сертификат ал да, сәйәхәт ит!

Уларға документты республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәре филиалдарында, шулай уҡ “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә алырға мөмкин .

Быйылғы программала ҡатнашыусыларға республика биләмәһе маршруты буйынса 170 социаль тур әҙерләнгән. Юлламаны 905 пенсионер һәм инвалид аласаҡ, ярҙам суммаһы 7,8 миллион һум тәшкил итә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: