Бөтә яңылыҡтар

«Һинең атайың булғанға ғорурланам!»

Фидан Ғафаров ҡыҙын 15 йәше менән ҡотлаған.

«Һинең атайың булғанға ғорурланам!»
«Һинең атайың булғанға ғорурланам!»

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров ғаиләһенән ситтә тыуған ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, социаль селтәрендә матур теләктәр яҙған. 76 йәшлек йырсының ҡыҙына 15 йәш тулған.

– Самира Фидан ҡыҙы Ғафарова 2009 йылдың 8 майында донъяға килде. Бөгөн минең берҙән-бер яратҡан ҡыҙымдың юбилее – 15 йәш. Тыуған көнөң менән, балам!

Һиңә һаулыҡ теләйем, мәктәптә–уңыштар. Матур һәм ғорурланырлыҡ бала булып үҫ. Мин һинең атайың булыу менән ғорурланам! Беҙ һине яратабыҙ, ҡыҙым! – тип ҡотлаған ул.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: