Бөтә яңылыҡтар

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн

Түбәндәге ризыҡтар хәтерҙе яҡшыртырға булышлыҡ итә, ти белгестәр. 

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн
Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн

 

Розмарин

Ул антиоксиданттарға һәм  карнозин кислотаһына бай.  Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә,  розмариндың еҫе генә лә  хәтергә ыңғай йоғонто яһай.  

Майлы балыҡ

Һөмбаш, скумбрия, палтус һәм сельд кеүек  балыҡтарҙа  ҡандағы холестерин кимәлен кәметеүсе һәм   баш мейеһе тамырҙарына ыңғай тәьҫир итеүсе  Омега–3 кислотаһы күп.  Балыҡта шулай уҡ зиһен яҡтылығын биреүсе йод бар.

 Брокколи

Мейе  эшмәкәрлеген яҡшыртыусы  К витамины һәм магний сығанағы.  Кәбеҫтәлә шулай уҡ  мейе әүҙемлеген күтәреүсе бор ҙа бар.

 Кишер

Организмдың, шул иҫәптән мейенең ҡартайыу процесын  тотҡарлай. Уның составындағы лютеолин  хәтер өсөн яуап биреүсе күҙәнәктәрҙең ваҡытынан алда үлеүенә ҡаршы көрәшә.

Әстерхан сәтләүеге

 Сәтләүектә лә лютеолин бар.  Ул мейеләге  йәшкә бәйле һәм тышҡы факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән   ялҡынһыныуға, хәтерҙең насарайыуына ҡаршы көрәшә,  иғтибарлылыҡты көсәйтә,  мейелә зарарлы матдәләр етештерелеүҙе кәметә һәм  бактерияларҙың ағыулы йоғонтоһонан һуң   нейрондарҙың  йәшәү көсөн һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: