Бөтә яңылыҡтар

Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

 Дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, ә   түбәндәге файҙалы кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. 

Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша
Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

 

  • Йөрәгегеҙ ауыртыуға зарланаһығыҙ икән, иртәнсәк бер көнгә етерлек дарыу әҙерләп ҡуйығыҙ. Бәләкәй генә киҫәк икмәкте дүрт өлөшкә бүлеп, һәр береһенә бер нисә тамсы валериан төнәтмәһе тамыҙығыҙ. Һәр 4 сәғәт һайын икмәк киҫәген ауыҙығыҙға ҡабып, яҡшы итеп сәйнәп йотоғоҙ.
  • Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡырғыстан үткәрелгән кишергә йөҙөм йәиһә әстерхән сәтләүеге ҡушып әҙерләнгән салат ашағыҙ. Уға майонез урынына ҡаймаҡ һалына. Бындай салатты даими ашағанда, мейе күҙәнәктәре яңыра һәм ҡан әйләнеше яҡшыра.
  • Ангинанан ҡотолоу өсөн теш таҙартҡан ваҡытта ауыҙығыҙҙы сайҡатҡанда тәүгеһендә һыуҙы төкөрөгөҙ, икенсе ҡат сайҡатҡанда тамағығыҙҙы ла сайҡатырға онотмағыҙ. Быны ғәҙәткә индерһәгеҙ, тамаҡ ауыртыуының нимә икәнен бик тиҙ оноторһығыҙ.
  • Ашҡаҙан сей яраһынан, эсәктәр ауыртҡанда тауыҡ йомортҡаһын бер ҡалаҡ он менән бутап, ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн. Был рецепт күп тапҡыр һыналған.
  • Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 – 6 йөҙөм ашау ғына кәрәк. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: