Бөтә яңылыҡтар

Өфө ветерандары бүләк аласаҡ

Өфөлә Еңеү көнөнә ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла.

Өфө ветерандары бүләк аласаҡ
Өфө ветерандары бүләк аласаҡ

Был хаҡта баш ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев белдергән.

Байрам уңайынан бүләктәр йыйылмаһында «Лента» сауҙа селтәренә 10 мең һумлыҡ сертификат, электр юрғаны һәм һауа дымландырғыс бар. Уның дөйөм хаҡы 15 мең һум тәшкил итәсәк.

Мэр әйтеүенсә, бындай йыйылма 58 кешегә тапшырыла.

Еңеү көнө алдынан шулай уҡ 2284 ветеранға Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ҡала советы рәйесе һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау хаттары таратыла.

«Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн дә бүләктәр бар.

 

Фоо: cherepanovo.bezformata.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: