Бөтә яңылыҡтар

Айыу айыуҙы ашаған

"Шүлгәнташ" ҡурсаулығы биләмәһендә айыу мәйете ҡалдыҡтары табылған. Белгестәр ентекләберәк тикшерһә, шул асыҡланған: был айыуҙы бүтән бер айыу ашаған.

Айыу айыуҙы ашаған
Айыу айыуҙы ашаған

Каннибаллыҡ был йыртҡыстар араһында ла бар икән. Ҡышҡы йоҡонан асығып уянған көслөрәк айыуҙар көсһөҙөн ашауы мөмкин. Бигерәк тә арлан айыуҙар яман.

Был ҡурсаулыҡта былтыр ҙа шундай осраҡ булған.
Бик хәтәр икән Бөрйән айыуҙары)))
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: