Бөтә яңылыҡтар

***

Эсемдәге серҙәремдеҺөйләмәйем бер кемгә.Һынаған бар: һөйләгәнемҺибелә бит йөҙ телгә.Һибелә лә, тарала лаКире ҡайта үҙемә.Аҙаҡ ышанмай ҙа торамҮҙем әйткән һүҙемә.Дуҫ тигән дә, дуҫ түгел дәЯра һала күңелгә.Әйтмәгәнде әйтте тиеп,Тура ҡарай күҙеңә.Серҙәрем шулай керҙәргәӘйләнгәнен күп белдем.Хәҙер инде ауыҙымдыМең ҡат йоҙаҡҡа элдем.Бикләнем дә серҙәремде,Бикләндем күңелемә.Миңә тигән керҙәрегеҙҠайтһын тик үҙегеҙгә.Зөһрә Ҡотлогилдина

***
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: