Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 19:38

Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбендә лә диктант яҙҙылар

Был хаҡта улар мәктәптең сайтында хәбәр итә.

Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбендә лә диктант яҙҙылар
Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбендә лә диктант яҙҙылар

Бөгөн һөйөклө туған телебеҙ - башҡорт теленең бөйөклөгөн, ҡәҙерле һәм мәңгелек булыуына дан йырлап, телен, илен сикһеҙ яратҡан Ҡашҡар мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡорт теленән унынсы тапҡыр үткәрелгән Халыҡ-ара диктант яҙыуға ихлас күңел менән ҡушылды. Бала саҡтың илаһи таңдарына арналған диктант барыбыҙға ла бик оҡшаны. Диктант яҙған мәлдә ололар бала сағына, атай нигеҙенә, әсәй ҡосағына әйләнеп ҡайтһа, уҡыусылар ғаилә ҡиммәттәренең ҡәҙерен белергә өйрәнде. Башҡорт телендә Халыҡ-ара диктант яҙыу фәһемле лә, күңелле лә булды.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: