Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 12:00

Янғынға ҡаршы айырым тәртип осоронда ҡырҙа шешлек ҡурырға яраймы?

Белеүегеҙсә, бөгөндән, йәғни 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип осоро иғлан ителде. Уның күп кенә тыйыу-сикләүе бар. 

Янғынға ҡаршы айырым тәртип осоронда ҡырҙа шешлек ҡурырға яраймы?
Янғынға ҡаршы айырым тәртип осоронда ҡырҙа шешлек ҡурырға яраймы?

Ә көн йылыныу менән кеше ҡырҙа йә ихатаһында шешлек бешерә башлай. Был осорҙа нишләргә һуң? Яраймы, юҡмы?

МЧС белгестәре әйтеүенсә, ҡалала махсус майҙандарҙа ғына пикник ойошторорға мөмкин. Шәхси йорт йә баҡса биләмәһендә шешлек ҡыҙҙырырға рөхсәт. Тик янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙорға һәм асыҡ ут яғырға ярамай.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: