Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 11:30

Йәштәр йәмәғәт палатаһының ултырышы үтте

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ултырышы булды. Уны палата рәйесе Зарина Ғәзизова алып барҙы.

Йәштәр йәмәғәт палатаһының ултырышы үтте
Йәштәр йәмәғәт палатаһының ултырышы үтте

Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары менән берлектә ултырышта депутаттар: Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин һәм комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты.
Палата ағзалары мәғариф өлкәһенә, дәүләт наградалары системаһына һәм банкротлыҡ процедураһына ҡағылышлы закон сығарыу башланғыстарын тикшерҙе.
Әйтәйек, закон проекттарының береһенә ярашлы республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле кешеләрҙең ҡаҙаныштарын таныу өсөн «Башҡортостан Республикаһы Геройы» исемен булдырыу тәҡдим ителә. Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары тәжрибәһе буйынса «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ирекмәне» исемен булдырыу ирекмәнлекте (волонтерлыҡты) популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
«Дәүләт Думаһы моделе» конкурсында ҡатнашыусы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты студенты Тимур Нагаев «Түләй алмаусанлыҡ (банкротлыҡ) тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итте.
Ултырышта шулай уҡ Йәштәр йәмәғәт палатаһының артабанғы эш планы раҫланды.

Фото: gsrb.ru/ru/press-center/news

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: