Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 15:30

Йәш әсә балаһы менән бейектән ҡолап төшкән

Был ваҡытта ире лә эргәһендә булған. Тик ярҙам итә алмаған. Зинһар, асыҡ тәҙрә янында, балконда һаҡ булығыҙ!

Йәш әсә балаһы менән бейектән ҡолап төшкән
Йәш әсә балаһы менән бейектән ҡолап төшкән

Улан-Удэ ҡалаһы янындағы ҡасабала бөгөн булған хәл. Babr Mash телеграм-каналында яҙыуҙарынса, 31 йәшлек ҡатын балаһы менән 7-се ҡаттан ҡолап төшкән (бер сығанаҡта - 10-сы ҡаттан). Тикшереүселәр һүҙҙәренсә, яҡындарының йығылып барғанын күреп, ире тоторға тырышҡан да, тик ярҙам итә алмаған. Ҡатын үлгән, ә бала ауыр хәлдә, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.

Әле был фажиғәне полиция һәм тәфтишселәр тикшерә. Аллам һаҡлаһын! Асыҡ тәҙрәләр, балкондар хәүефле! Һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: