Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 18:00

"Һөйөнсө"! Йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы...

...Төшә, тип уйлап ҡуймағыҙ. Майҙа урам автобустарында йөрөү хаҡын күтәрергә ҡарар иткәндәр. Һуңғы тапҡыр 2022 йылда артҡан булған.

"Һөйөнсө"! Йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы...
"Һөйөнсө"! Йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы...

БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты белгестәре йәмәғәт транспортында йөрөүҙең яңы хаҡтарын раҫларға йыйына. Документ проекты бар. Уға ярашлы, "Алға" берҙәм картаһы менән йөрөү хаҡы 34 һумғаса күтәрелә. Ҡулаҡса түләү йәки банк картаһы менән иҫәпләшеү хаҡы 41 һум булып китә.

Бығаса 40 һум булған маршруттар 50 һум түләү аласаҡ.

Ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарҙа бер саҡрым юл хаҡы 4,1 һум тәшкил итеүе ихтимал. Әле - 3,3 һум.

Хаҡтар ни артыр шул, пенсия күтәрелде түгелме? Эш хаҡының артыуы тураһында ишетелмәне шикелле...

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: