Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 20:46

"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!

Бөгөн Өфөнөң "Лайфстайл Башҡортостан үҙәге" алдындағы майҙансыҡта халыҡ геү килде - барыһы ла янғын һүндереү техникаһының күсмә күргәҙмәһен ихласлап ҡараны.

"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!
"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!

Ретро автомобилдәр ҙә, хәҙерге заман өлгөләре лә кешеләрҙе ҡыҙыҡтырҙы. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ хәүефһеҙлек квесын үтеп, беренсе ярҙам, һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм иғтибарлы булыу тураһында күп файҙалы нәмәләр белде. Бөтә этаптарҙы үткәндән һуң бүләктәр ҙә - "Додо Пицца"ға , UfaChess шахмат академияһына, Mi Dance бейеү студияһына саҡырыу ҡағыҙҙары, Өфө аквапаркына билеттар уйнатылды.

Фото: МЧС РБ.

"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!
"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!
"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!
"Ваҡыт аша" күргәҙмәһе халыҡҡа оҡшаны!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: