Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 13:00

Һуғыш суҡмарҙарын Рәсәйҙән ҡыуып сығаралар

Сит илдән беҙгә эшкә килгән 15 мигрантты ҡыуыу ҡарары сығарылған. Үзбәкстан граждандары ҡала үҙәгендә боларған.

Һуғыш суҡмарҙарын Рәсәйҙән ҡыуып сығаралар
Һуғыш суҡмарҙарын Рәсәйҙән ҡыуып сығаралар

Краснодар крайының Туапсе ҡалаһында булған хәл. Урындағы прокуратураның телеграм-каналында яҙыуҙарынса, мигранттар сауҙа үҙәге янында һуғыш ойошторған. Был ваҡиғаның видеояҙмаһы интернетта таралған. Полиция ғауғасыларҙы тиҙ тотҡан һәм уларға административ штраф һалып, Рәсәйҙән ҡыуып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Баҡһаң, һуғыш сәбәбе: "бытовой конфликт". Сит ил кешеләренең бысағы ла булған. Йә шунда фажиғә булһа...

Фото: ГУ МВД России по Краснодарскому краю.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: