Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 11:45

Тыйылған ваҡытта тауышланһаң...

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Граждандарҙың тыныслығын тәьмин итеү тураһында"ғы республика Законына үҙгәрештәр индереүҙе хупланы. Проектҡа ярашлы, төндә торлаҡ йорттар территорияһында кешегә ҡамасаулаусы спорт һәм башҡа уйындар ойоштороуҙы тыйыу ҡарала.

Тыйылған ваҡытта тауышланһаң...
Тыйылған ваҡытта тауышланһаң...

Республика Законы буйынса "тыныслыҡ талап итеүсе" ваҡыт төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем. Ял һәм байрам көндәрендә төнгө 11-ҙән иртәнге 9-ғаса.

Әйткәндәй, яңы закон проекты буйынса, башҡарма власть органдары тарафынан ойошторолған төнгө сараларға сикләү ҡағылмай.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: