Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 19:00

Радий Хәбиров Артур менән Виолеттаны ҡотланы

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә бөгөн барлыҡҡа килгән матур ғаилә тураһында яҙҙы. Кейәү - көслө ихтыярлы замандашыбыҙ. 

Радий Хәбиров Артур менән Виолеттаны ҡотланы
Радий Хәбиров Артур менән Виолеттаны ҡотланы

"Артур Ғәлиев – ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тормошҡа ҡыуанып йәшәү өлгөһөн күрһәткән егет. Ул махсус хәрби операция биләмәһенән ҡаты яраланып ҡайтҡандан һуң, республикабыҙға хеҙмәт итә - йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә, беҙҙең хәрбиҙәргә ярҙам итә.

Ә бөгөн ошо шәп егет өйләнде. Артурҙы һәм уның кәләше Виолеттаны мөһим ваҡиға менән ҡотлайым! Бәхетле булһындар!" - тип яҙған Хәбиров социаль селтәрҙә.

Йәш ғаиләне беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Иҫән-һау, тыныс тормошта йәшәһендәр, балалар үҫтерһендәр!

Фото: vk.com/radiyhabirov.

Радий Хәбиров Артур менән Виолеттаны ҡотланы
Радий Хәбиров Артур менән Виолеттаны ҡотланы
Радий Хәбиров Артур менән Виолеттаны ҡотланы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: