Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 11:53

Легендар Ҡоросҡа һәйкәл юллаған Тамара апай

«Атайсал» форумында Миәкә районынан йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы Тамара Иҫәнғолова сығыш яһаны.

Легендар Ҡоросҡа һәйкәл юллаған Тамара апай
Легендар Ҡоросҡа һәйкәл юллаған Тамара апай

Бөйөк Ватан һуғышында ике тапҡыр ҡаты яраланып, фронттың алғы һыҙығына ҡабаттан баҫҡан, улай ғына түгел, ҡанлы яу юлын үтеп, имен-аман тыуған яҡтарына – Миәкә районының Илсеғол ауылына әйләнеп ҡайтҡан яугир ат тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Миәкәлә һуғыш ветерандары иҫән саҡта атҡа һәйкәл ҡуйыу хаҡында хыяллана. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында улар быға ирешә алмай.

Былтыр, ниһайәт, яугирҙарҙың хыялы тормошҡа ашты. Йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы Тамара Иҫәнғолова ветерандарҙың башланғысын күтәреп сыға. Ул ауыл халҡы, меценаттар ярҙамында 1,5 миллион һум аҡса йыйып, легендар атҡа һәйкәл ҡуйҙырыуға өлгәшә. Монументты асыу тантанаһы былтыр 11 июлдә үтте.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: