Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 21:11

Ике пенсионерҙы алдарға эшкингән

Силәбе өлкәһенән 24 йәшлек егет телефон мутлашыусылары өсөн курьер ролен үтәгән.

Ике пенсионерҙы алдарға эшкингән
Ике пенсионерҙы алдарға эшкингән

Өфө ҡалаһы полицияһына телефон муттарынан зыян күргән оло йәштәге граждандарҙан хәбәрҙәр килә. Уларға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра һәм уларҙың туғаны юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле тип хәбәр итә. Пенсионерҙарҙан зыян күреүселәрҙе дауалауға, яҡынын енәйәт яуаплылығына тарттырмау мәсьәләһен хәл итер өсөн аҡса ебәреүҙәрен һорайҙар. Артабан әбейҙәргә курьер килеп, аҡсаларын ала. Дөйөм зыян күләме - 470 мең һум.

Енәйәттәрҙе асыу һәм тикшереү буйынса эш барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү камераларынан яҙмаларҙы ала һәм ентекләп өйрәнә. Был фаразланған енәйәтсене асыҡларға мөмкинлек бирә. Силәбе өлкәһенән 24 йәшлек егет телефон мутлашыусылары өсөн курьер булып эшләй. "Эш биреүселәренең" күрһәтмәһе буйынса енәйәтсе күрһәтелгән адресҡа килә һәм пенсионерҙарҙың аҡсаһын алып, куратор әйткән реквизиттар буйынса күсерә. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре поезда тотоп, ҡулға ала.

Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Ике пенсионерҙы алдарға эшкингән
Ике пенсионерҙы алдарға эшкингән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: