Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 21:30

Их, ашығалар...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Саҡмағош районындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Их, ашығалар...
Их, ашығалар...

Авария бөгөн көндөҙ Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлының 56-сы километрында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Лифан" руле артындағы ир уҙып китеү ваҡытында ыңғай барған "Лада Гранта"ға бәрелеп, юлдан осоп төшә һәм ауҙарыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Лифан" водителенең ҡатыны алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләгән. Юл-транспорт ваҡиғаһының нескәлектәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Их, ашығалар...
Их, ашығалар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: