Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 20:30

"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан Байрам Лоҡманов күптәнән ниәтләп йөрөгән уйын тормошҡа ашырып, ауыл янындағы "Гәүһәр ҡотоғо"н таҙартып, төҙөкләндергән - гүйә, һөтлө шишмәгә биҙәкле күлдәк кейҙереп, уға йән өргән. 

"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!
"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!

Байрам ағайҙың хәләл ефете Фәниә Лоҡманова әйтеүенсә, бөтә кәрәкле материалдарҙы улар үҙҙәре һатып алған. Алтын ҡуллы, изге күңелле ағаһы менән еңгәһенә Данил Лоҡманов ярҙамға килгән. Улар ағаһы менән бергә бағана ултыртып, һөттәй аҡ һыулы ҡотоҡто кәртәләп алғандар. Фәниә апай ҡыҙы Зарина менән кәртәне аллы-гөллө төҫтәргә буяған.

Ҡотоҡ тирәләй мышар ағастарын да ултыртҡандар, ял итергә теләүселәр өсөн эскәмйә лә эшләгәндәр. Ай, афариндар! Ҡулдарынан һөйөнһөндәр! 

Фото: Фәниә Лоҡманова.

"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!
"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!
"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!
"Гәүһәр ҡотоғо"на - йәм!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: