Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 17:00

Өфө иң тәмле шаурмалы ҡалалар исемлегенә ингән

Популяр бер сервис тикшеренеүҙәр ойошторған да, Рәсәйҙә иң тәмле шаурманы ҡайҙа әҙерләгәндәрен асыҡлаған. 

Өфө иң тәмле шаурмалы ҡалалар исемлегенә ингән
Өфө иң тәмле шаурмалы ҡалалар исемлегенә ингән

"Туту.ру" сервисы буйынса иң тәмле шаурма - Питерҙа. Йәғни Санкт-Петербург шавермаһы өсөн халыҡ күп тауыш биргән. Икенсе урында - Мәскәү, унан ҡала - Ҡазан. Ә Өфө 9-сы урында. Беҙҙән тәмлерәк шаурманы Екатеринбургта, Новосибирскиҙа, Түбәнге Новгородта һәм Краснодар менән Һамарҙа әҙерләйҙәр, имеш.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: