Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 18:30

450 йыллыҡҡа - 450 йүкә!

Өфөнөң юбилейына ҡарата 450 йүкә ултыртыла башланы. Декоратив "бренд" ағастар ҡаланың тарихи үҙәгендә урын ала. Бөгөн республикала шаулап-гөрләп "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте.

450 йыллыҡҡа - 450 йүкә!
450 йыллыҡҡа - 450 йүкә!

Өфөлә бөгөн 880 ағас, 231 ҡыуаҡ ултыртылды. Өмәгә баш ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев та сыҡты - ул Карл Маркс урамында Юғары суд бинаһы алдындағы Генерал аллеяһына йүкә ултыртты.

Йәшелләнә Өфөбөҙ! 
Фото: vk.com

450 йыллыҡҡа - 450 йүкә!
450 йыллыҡҡа - 450 йүкә!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: