Донъяла яңынан-яңы сирҙәр, вирустар барлыҡҡа килеп тора. Әле үтеп тә бөтмәгән коронавирус пандемияһын ғына әйтмәйем. Унан башҡа ла хәүефтәр Ер шарының әле теге, әле был мөйөшөндә “гөлт” итеп тоҡана ла китә. Һуңғы йылдарҙа ғына ҡайҙалыр ойоп ятҡан вирустар ҡабаттан таралды. Эболаны белдек, Көнбайыш Нил биҙгәген, Себер язваһын йоҡтороп ҡуймайыҡ, тип ҡот алынды. Тегендә ярғанаттар йә талпандар тарата, бында – тауыҡтар, тигәндәй. Әле бына Һиндостанда Чандипура вирусынан үлеүселәр бар икән. Яман сир 50 кешегә тиҙ арала йоҡҡан. 1965 йылдан билдәле был вирус бер юғала, бер килеп сыға, имеш. Беҙҙең белгестәр әйтеүенсә, уның Рәсәйҙә таралыуы янамай. Ошо көндәрҙә Канадала листериоз инфекцияһынан ике кеше үлгән. Ярай әле, уныһы ла беҙгә хәүефле түгел, тиҙәр. Ә бына Көнбайыш Нил биҙгәген йоҡтороусылар илебеҙҙә бар. Уны Ҡара диңгеҙ курорттарынан ҡайтҡан бер-ике кешелә тапҡандар. Әле оҙайлы ялда төрлө ергә барыусы-китеүсе күп, һаҡ булығыҙ! Етәкселек әйтә бит: һәр кемдең ғүмере һәм һаулығы ҡәҙерле. Үҙегеҙ ҙә сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләп кенә тороғоҙ. Рәсәйҙә ғүмерҙе оҙонайтыу планы ҡуйылды, әйҙәгеҙ, шуға булышлыҡ итәйек.
“Беҙҙең маҡсат
шундай...”
Белеүегеҙсә, быйыл 29 февралдә Президент Владимир Путин РФ Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда яңы милли проекттар тураһында иғлан итте. Улар – “Ғаилә”, ”Рәсәй йәштәре”, ”Кадрҙар”, ”Мәғлүмәт иҡтисады”, ”Оҙон һәм әүҙем ғүмер”. Беҙҙә былай ҙа 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла ине. Тиҙҙән, бәғзеләре аныҡ киләһе йылға уҡ башлана, ошо яңы проекттар ҙа әҙер буласаҡ. Һәр береһе мөһим. Шулар араһынан “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты айырыуса өлкән кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға йүнәлтеләсәк. Был йәһәттән, әлбиттә, ҡала менән ауыл биләмәләренә берҙәй иғтибар ителергә тейештер. Йәғни, айырып ҡарау дөрөҫ булмаҫ. Сөнки ауылда ла шул уҡ Рәсәй граждандары йәшәй. Тағы шуныһы: һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының булыуы ла мөһим. Улар заманса талаптарға яуап бирергә лә тейеш.
Хөкүмәт кимәлендә яңы милли проект буйынса һөйләшеүҙәр әүҙем бара. Премьер-министр Михаил Мишустин һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы технологиялар индереүгә, үҙләштереүгә ҙур иғтибар талап ителеүен белдерҙе. Уның буйынса 2025 – 2030 йылдарға иҫәпләнгән саралар планы төбәктәр менән ентекле әҙерләнә башлай. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре авгусҡа милли проекттың яңы программаһын төҙөй. Унда 11 йүнәлеш күрһәтелә, шулар араһынан дүртәүһе яман шеш менән сирләүсе пациенттарға ярҙам итеүгә арнала.
Ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса пилот проекты быйыл ғинуарҙан ғәмәлгә ашырыла башлағайны, уға ярашлы, ауылда медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу иң алғы планда тора. 2030 йылға тап ауыл ерендә ғүмер оҙонлоғон уртаса 77 йәшкә еткереү күҙаллана. Ә “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектының төп маҡсаты – 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон – 78, 2036 йылға 81 йәшкә еткереү. Был – Президент Владимир Путин ҡуйған маҡсат. Әле ул күрһәткес – 73,5 йәш.
Ҡайҙа оҙаҡ йәшәйҙәр?
Былтыр йыл аҙағындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә оҙон ғүмерлеләр Ингушетияла, Дағстанда, Мәскәүҙә күп. Уртаса йәш 78-гә тиң.
Белгестәр әйтеүенсә, исемлектәге ике милли республикала насар ғәҙәтлеләр әҙерәк, был да оҙон ғүмерле булыуға уңай.
Бер нисә йыл элек “Росстат” ҡыҙыҡлы тикшереү үткәргән: төрлө төбәк халҡынан үҙҙәрен нисек тойоу, һаулыҡ торошо, сәләмәт тормошҡа мөнәсәбәт тураһында һорашыу ойошторған. Һөҙөмтәлә беҙҙең илдә сәләмәт йәшәү рәүешен хуплау буйынса күрһәткестәр асыҡланған. Беренсе урында – Ингушетия. Ундағы халыҡтың 37 проценты сәләмәт тормоштоң бөтә принциптарын үтәй. Икенсе урында Севастополь ҡалаһы булып сыҡҡан. Унда йәшәүселәрҙең 26,5 проценты сәләмәт тормош алып бара. Өсөнсө урында, 20,5 процент күтһәткес менән – Төньяҡ Осетия – Алания.
Башҡортостан да оҙон ғүмерлеләр төбәгенә инә. Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 1 октябренә беҙҙә 80 йәштән өлкән 108 мең кеше йәшәгән. 90 йәштән үтеүселәр һаны 14 мең булған.
Башҡортса
оҙон ғүмерлелек
Башҡортостанда өлкән быуынға иғтибар юғары. 2020 йылдан БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгәсә унда йөҙҙәрсә мең оло кеше ҡатнашты. Йыл һайын тиерлек был проект яңыртыла, йәғни уның яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килә.
“Проекттың тәүмаҡсаты икәү – кешенең ғүмерен оҙонайтыу һәм тормошон сифатлы итеү. Энергия, һаулыҡ булһын, күҙҙәр янып торһон. Өлкән кеше сәйәхәт итә алһын, яңы белем үҙләштерһен. Заманға яраҡлашһын, компьютерҙы ла ҡулланһын”, – тигәйне Радий Хәбиров проектты башлап ебәргәндә. Бөгөнгө төп йүнәлештәр: “Һаулыҡ”, ”Өлкән быуын граждандарын уҡытыу”, ”Туризм”, ”Физик культура”, ”Мәҙәниәт һәм ижад”, ”Ирекмәнлек һәм остазлыҡ”, “Өлкән быуын граждандарының мәшғүллеген һәм килем кимәлен күтәреү”. Беҙҙең был “башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты Рәсәй төбәктәрендә лә танылды һәм Рәсәйҙә иң яҡшы социаль проект тип баһаланды. Айырыуса пенсионерҙар туризм йүнәлешен үҙ итә. Башҡортостан буйлап бер көнлөк бушлай сәйәхәттә меңәрләгән кеше булды. Былтыр ул йүнәлеш халыҡ-ара кимәлгә сыҡты – беҙҙекеләр Белоруссияға (дөйөм алғанда, үткән йылда унда 1621 турисыбыҙ булған), Абхазияға барып ҡайтты. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстанға сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар.
“Физик культура” буйынса ГТО нормаларын үтәүселәргә аҡсалата сертификат биреү ҙә ойошторолған. “Мәҙәниәт һәм ижад” йүнәлеше буйынса ололарыбыҙҙың уғата әүҙемлеген күреп торабыҙ. Беҙҙең ҡала һәм райондарҙа үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусы ололар һаны 25 меңдән ашыу.
Район-ҡалаларҙа әүҙем ял һәм ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн махсус үҙәктәр ҙә барлыҡҡа килә. Быға БР Башлығының гранттар конкурсында ҡатнашып еңеү ҙә булышлыҡ итә.
Баҡһаң, “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты беҙҙә инде бер нисә йыл ғәмәлгә ашырыла икән!
Йәшәгеҙ әле һеҙ, өлкәндәр, һау һәм рәхәтләнеп йәшәгеҙ! Бала сағын һуғыш урлаған ололарҙың ҡартлығы тыныслыҡта һәм яҡшы тормошта үтергә хоҡуҡлы. Дәүләт тә һеҙҙең бәхет өсөн тырыша.
Алсу Ишемгулова