Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июнь 2024, 16:09

Балағыҙҙы сыныҡтырығыҙ!

Йәй – баланы сыныҡтырыу өсөн бик һәйбәт осор. Был ваҡытта һыуыҡ тейеп бармай, яҙ һәм көҙ миҙгеленә ҡарағанда, вирус йоҡтороу ҡурҡынысы янамай. Шуға тәбиғәттең биргән мөмкинлегенән файҙаланып, балағыҙҙы тыуған төйәгебеҙҙең саф һауаһын һулатып, рәхәтләнеп ҡояшта ҡыҙындырып, йылға-күлдә кинәндереп һыу индереп  ҡалығыҙ. 

Организмды ни өсөн
сыныҡтырырға кәрәк?

Сыныҡтырыуҙың маҡсаты – организмдың ауы­рыуға ҡаршы тороусанлығын арттырыу, иммунитетты нығытыу. Сыныҡҡан бала температураның төрлөсә үҙгәреүен, эҫене лә, һыуыҡты ла еңел үткәрә, бигүк ауырып бармай, вируслы ауырыуҙан һуң тиҙ аяҡҡа баҫа. Шулай уҡ бәләкәстең бөтә тәне сыныға, нервы системаһының эше тотороҡлана. Сынығыу ҡан әйләнешен, аппетитты, йоҡоно, кәйефте яҡшырта, матдәләр алмашыныуын көйләй.

Баланы йәй көнө
сыныҡтырыу ысулдары

Йәйге миҙгелдә өс төрлө ысул – һауа, ҡояш нуры, һыу  менән сынығырға була.  

Һауа менән
сыныҡтырыу

Саф һауала булыу матдәләр алмашыныу процесын әүҙемләш­терә, ҡанда гемоглобин кимәлен күтәреүгә бу­лышлыҡ итә, тиренең өҫкө ҡатламын кислород менән тәьмин итеүҙе яҡшырта.
Бындай сынығыуҙың иң ябай ысулы – һауа ванналары. Йәйгеһен бәләкәй балаға яланғас килеш бер нисә минут ятырға йәки йүгерергә рөхсәт итегеҙ, ә  ҙурыраҡ балалар өсөн был саралар 10 – 15 минут дауамында үткәрелә. Сыныҡтырыу оҙайлығы яйлап арттырыла. Беренсе һауа ванналары өсөн  температура 20 – 22 градус булырға тейеш. 
Һауа менән сынығыуҙы 15 градустан түбән һәм 30 градустан юғары температурала үткәрергә ярамай. 
Көн торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, баланы саф һауала сәғәт ярым – ике сәғәт йөрөтөгөҙ. Ныҡ ямғырлы көндә генә өйҙә ҡалырға мөмкин. Бала тышта саф һауала йоҡлап алһа ла бик һәйбәт. Әгәр бындай мөмкинлек булмаһа, төндә тәҙрәгеҙҙе асып ҡуйығыҙ. 
Ҡояш нурҙары менән сынығыу

Ҡояш яҡтылығы иммун системаһы эшендә ҡатнашҡан, рахит үҫешенә юл ҡуймаған, йоҡоно нормалләштергән D витаминын етештереүҙе әүҙемләштерә.

Ҡояш ваннаһы алғанда
түбәндәгеләрҙе хәтерҙә тотоу мөһим

1. Балаларға бер йәштән ҡояшта сынығырға ярай.  Бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға күләгәлә булыу яҡшыраҡ. 
2. Балаларға ныҡ эҫе  ҡояшта  15 минуттан артыҡ булырға кәңәш ителмәй. Сынығыуҙы 3 – 5 минуттан башлап, 15 минутҡа тиклем арт­ты­рырға кәрәк.
3. Ҡояшта иртәнге сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем йәки көндөҙгө 4-тән һуң ҡыҙыныу  яҡшыраҡ. Ә сәғәт 12-нән көндөҙгө 3-кә тиклем ҡояш бигерәк тә әүҙем була, был организмды ҡояш һуғыу һәм тәндең яныу ихтималлығын арттыра.
4. Хатта күләгәлә йөрөгән саҡта ла бала башына кейергә тейеш. 
5. Бала кейемдә лә ҡояшта ҡыҙына  ала. Тик ул еңел, иркен, тәбиғи материалдан булырға тейеш. 

Һыу менән сынығыу

Был ысул балаларға бигерәк тә  оҡшай, сөнки һыу инеү шул тиклем рәхәтлек килтерә!
Һыу менән сынығыуҙың төрлө юлы бар.
1. Һыуыҡ һыу менән бит-ҡулды йыуыу. Был иң ябай ысул. Тәүҙә баланың бит-ҡулын 20–22 градус температуралы һыу менән  йыуығыҙ. Унан яйлап температураны 17–18 градусҡа тиклем кәметегеҙ.
2. Һөртөнөү. Бының өсөн йомшаҡ таҫтамалды 25 градус йылы һыуҙа сылатып, һөртөнөүҙе устан башларға. Температураны яйлап-яйлап кәметеп, 17-18 градусҡа тиклем төшөрөргә. Унан таҫтамал менән муйын, арҡа һәм күкрәк өлөшөн, иң аҙаҡ аяҡты һөртөргә. 
3. Һыу менән ҡо­йо­ноу. Оҙайлығы ике ми­нуттан артмаһын. Тәүҙә 30 градуслыҡ йылы һыу менән башлап, температураны яйлап 22 градусҡа тиклем төшөрөргә. Башта баланың аяҡтарына тубыҡҡа тиклем, ҡулдарына терһәккә тиклем һыу ҡоялар. Һуңынан яйлап тән уртаһына тиклем еткерелә. Баш өҫтөнән  һыу ҡойорға кәңәш ителмәй. 
4. Бассейнда, күлдә, йылғала, диңгеҙҙә, башҡа шифалы сыға­наҡтарҙа һыу инеү. Бәләкәс балаларға һауа температураһы 25 градустан юғары, ә һыу температураһы 23 гра­дусҡа еткән елһеҙ көндә һыу инергә кәңәш ителә. Табиптар уларға көнөнә 2 тапҡыр 15 минут тирәһе һыу инергә ҡуша. Һыуҙа оҙаҡ тороп,  һалҡын тейҙереү ихтималлығы  бар. 
5. Аяҡ өсөн ванна. Бала диңгеҙ, күл, йылғала атлап йөрөһә лә бик файҙалы. Аяҡ өсөн өй ваннаһының температураһы 25 градустан да кәм булмаһын. Көн һайын температураны бер градусҡа кәметеп, аяҡ ваннаһы инеү оҙонлоғон 1 минутҡа тиклем арттырға. Тик һыуҙы ныҡ һыуытыу менән дә мауығырға ярамай, балаға аяғында һыуға баҫыу рәхәт тә булырға тейеш. 
6. Һалҡын һыу менән тамаҡты сайҡатыу. Өс йәштән башларға мөмкин. Һәйбәт һөҙөмтәгә ирешеү өсөн тамаҡты календула, ромашка, шалфей төнәтмәләре менән сайҡатырға була.
7. Ялан аяҡ йөрөү. Әйткәндәй, сыныҡтырыуҙың тағы бер ысулы – үлән, тигеҙ, шыма таштар, ҡом буйлап ялан аяҡ йөрөү (иң мөһиме – йөрөгән ер хәүефһеҙ булһын). Өйҙә лә ялан аяҡ йөрөү бигерәк тә файҙалы. Был аяҡҡа массаж була, яҫы табанлылыҡты  иҫкәртә.

Баланы сыныҡтырғанда тағы нимәне хәтерҙә тоторға кәрәк?

Баланы көн һайын, кәм тигәндә 30 көн буйына,  сыныҡтырырға. Уның ғәҙәтенә инеп алһа, йәйҙән һуң да дауам итергә ярай.  Мәҫәлән, көҙ, яҙ һәм ҡыш көндәрендә һыу инеп булмай, был ваҡытта бала бит-ҡулын һалҡын һыу менән йыуа, өйҙә ваннала һыу ҡойона һәм аяғын һыуға баҫып ултыра  ала. Тышта  урам буйлап күлдәксән йөрөп булмаған ваҡытта  бүлмәгеҙҙе йышыраҡ елләтегеҙ һәм балағыҙға өйҙә ялан аяҡ һәм еңел кейемдә йөрөргә рөхсәт итегеҙ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Читайте нас