Күҙҙәр – кеше организмындағы иң мөһим органдарҙың береһе. Тирә-яҡ мөхиттән 90 процент мәғлүмәт күҙҙәр ярҙамында алына. Уның төп функцияһы – тирә-яҡ мөхит шарттарына яраҡлашырға ярҙам итеү.
Күҙҙе сәләмәтләндереү өсөн диета төрлө һәм витаминдарға бай булырға тейеш.
Иң яҡшыһы – көнөнә дүрт тапҡыр туҡланыу һәм йәшелсә-емештәргә өҫтөнлөк биреү.
Күҙҙәр өсөн иң кәрәклеһе – йәшелсә салаттары һәм яңы һығылған кишер, сөгөлдөр, шпинат һуты.
Кишер
Каротинға бай булыу сәбәпле, күҙҙәрҙең күреү һәләтен арттыра.
Ҡара көртмәле
Күҙҙәр өсөн файҙалы А витаминына һәм башҡа матдәләргә бай.
Шпинат
Лютеинға бай булыу сәбәпле, катарактаны һәм башҡа күҙ ауырыуҙарын иҫкәртә.
Кукуруз
Составында катарактанан файҙалы күп антиоксиданттар бар.
Гөлйемеш
С витаминына бай булыу сәбәпле, күҙҙәрҙең дөйөм сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Сельд
Д витаминына һәм майлы кислоталарға бай.
Абрикос
Калийға һәм А витаминына бай.
Сөгөлдөр
Составында С витамины һәм калий бар.
Зарарлы ризыҡтар
Алкоголь
Иҫерткестән йыш ҡына нәҙек ҡан тамырҙары зыян күрә, шул иҫәптән – күҙ тамырҙары ла.
Тоҙ
Артыҡ тоҙ организмда һыуҙың тотҡарланыуына килтерә. Был иһә, үҙ сиратында, күҙ баҫымының күтәрелеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал.
Майлы ит
Уны артыҡ күп ашау ҡанда холестерин кимәлен күтәрә, шул иҫәптән – күҙҙәге ҡан тамырҙарында ла.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.