Мунсала сабынған – ҡартаймаған, тигән әйтем бар халыҡта. Ысынлап та, сабыныу кешене сәләмәтләндерә, көс бирә, кәйефте күтәрә. Миндек менән сабыныу тиренең, мускулдарҙың, күҙәнәктәрҙең ҡан әйләнешен көсәйтеүсе үҙенә күрә бер массаж булып тора. Миндектәге эфир майҙары организмға үтеп инеп, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Бынан тыш, һәр миндектең үҙенең айырым йоғонтоһо бар.
Ҡайын миндеге
Быуындар, мускулдар ауыртыуынан ярҙам итә, тирене һытҡыларҙан, сабыртмаларҙан, эрендәрҙән таҙарта, йәрәхәтләнгән, һыҙырылған урындарҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – ҡайын быуынан кескәй ҡурылдайҙар ныҡ киңәйә, бына ни өсөн бындай мунсанан һуң тын алыуы еңелләшә.
Тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнә башлаған астматиктар һәм элекке тәмәкеселәр өсөн тап ошо миндек менән сабыныу ярҙам итә.
Имән миндеге
Майлы тиреле кешеләр өсөн файҙалы. Ул тирене тығыҙландыра, ялтырауын бөтөрә һәм ялҡынһыныуға ҡаршы йоғонто яһай. Имән еҫе сабынған ваҡытта ҡан баҫымының үтә ныҡ күтәрелеүен тотҡарлай.
Йүкә миндеге
Баш ауыртыуынан арынырға ярҙам итә, бөйөрҙәргә еңелсә гимнастика яһай, тынысландыра, ҡурылдайҙарҙың киңәйеүенә булышлыҡ итә, тән температураһын төшөрә. Һалҡын тейеп ауырығанда айырыуса файҙалы.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.