Умырзая быйыл иртә сәскә атты. Ғәҙәттә, сәскәләре май баштарында, урталарына ҡарай асыла торғайны. Был “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлекте бик һирәк осратырға мөмкин. Әммә беҙҙең Башҡортостанда күпләп осрай, ҡайһы бер урындарҙа тотош ялан булып түшәлеп ята. Әлбиттә, матурлығы менән күптәрҙе әсир итә ул.
Матур ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙендә ниндәйҙер сер ҙә, тылсым да бар кеүек. Мәҫәлән, боронғоларҙың әйтеүенсә, унан бөтә ҡара көстәр ҡаса. Ул күҙ тейеүҙән һәм сихырҙан да һаҡлай. Был үләнде үҙең менән алып йөрөһәң, бәлә-ҡазанан һаҡланырһың, тигәндәр. Өй төҙөгәндә мөйөшөнә умырзая һалһаң, йортто йәшендән һәм янғындан һаҡларһың, ә өйҙә бәхетле тормош гөрләр, тигән ышаныу йәшәй. Үҫемлек осло әйберҙән алынған яраларҙы дауаларға ла ярҙам итә.
Икенсе төрлө уны “йоҡо үләне” тип тә йөрөтәләр. Был үләндән хатта айыуҙар иҫерә, тиҙәр.
Халыҡ ышаныуҙары буйынса, ул киләсәкте күҙалларға һәм хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Бының өсөн умырзаяны яҡшы уй-ниәттәр менән генә йыйырға кәрәк.
Әммә ул ғына ла түгел, яҙҙың тәүге сәскәһен бик күп ауырыуға дауа итеп тә ҡулланалар. Умырзая ялҡынһыныуға, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы тороу, тынысландырыу, ҡанды туҡтатыу үҙенсәлегенә эйә. Ул ҡан баҫымын төшөрә, нервы системаһын тынысландыра, йөрәк тибешен кәметә. Эске көсөргәнештән арынырға һәм күңел көсөн тергеҙергә ярҙам итә. Төнәтмәһе ярҙамында йүтәлде дауалап була. Шулай уҡ астманан, бронхиттан һәм башҡа тын юлдары ауырыуҙарынан тәҡдим итәләр. Нервы системаһын бик яҡшы тынысландырыу сараһы булып тороу сәбәпле, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн һәйбәт.
“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән умырзая – ағыулы үҫемлектәрҙең береһе. Шунлыҡтан уны өҙгәс тә ҡулланырға ярамай, ә киптерергә кәрәк. Киптергән ваҡытта үҙенең ағыуын юғалта.
Үҫемлектең япрағында, тамырҙарында, сәскәһендә эфир майҙары, алкалоидтар, сайыр, самониндар, микроэлементтар һәм витаминдар бар. Бындай бай химик состав бронхиаль астма, невралгия, подагра, ревматизм, экзема кеүек сирҙәрҙең билдәләрен еңеләйтергә ярҙам итә.
Төнәтмәһен ҡан баҫымын кәметеү, аритмияны бөтөрөү һәм йоҡоһоҙлоҡтан дарыу булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр.
Дауалау маҡсатында
ҡулланыу
Бала табыуҙы тиҙләтеү һәм ауыртыныуҙы баҫыу өсөн киптерелгән өс сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 40 минут төнәтергә һәм көнөнә биш тапҡыр ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
Йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда киптерелгән биш сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә һәм йоҡлар алдынан 2-шәр сәғәт ара менән ике-өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Тире ауырыуҙарын дауалау өсөн ике ҡалаҡ кипкән үләнгә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, таҙа туҡымаға ошо төнәтмәне һеңдереп, тиренең зыян күргән урынына ябырға. Ике-өс сәғәт һайын япманы яңыртып торорға.
Ревматизм менән подаграны дауалау өсөн уның төнәтмәһен эсәләр. Был осраҡта 10 мл төнәтмәгә бер стакан һыу өҫтәп, көнөнә ике тапҡыр эсергә кәрәк. Шулай уҡ япмаһын ҡулланалар. Япманы иртәнсәк һәм төнгөлөккә эшләргә мөмкин.
Йоҡо үләне эпилепсия өйәнәген дә баҫырға ярҙам итә. Бының өсөн ике ҡалаҡ япрағының, сәскәһенең һәм тамырының ҡушылмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Шуны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан 40 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.