Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Май 2024, 15:20

Улар көн-төн тимәй ярҙамға ашыға

 Ғүмерендә һәр кем бер тапҡыр булһа ла “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Уларҙың ярҙамы менән күпме кешеләрҙең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған, күпме сабый донъяға килгән... Был изге лә, яуаплы ла эшкә үҙҙәрен бағышлаған кешеләр оло хөрмәткә һәм рәхмәткә лайыҡ.

Гөлфиә Байморатова Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә 30 йылдан ашыу эшләй. Сибай медицина училищеһын тамамла­ғандан һуң бер йыл ғына мәк­тәптә эшләп ала ла, “Ашығыс ярҙам” хеҙ­мә­тенә урынлаша. 
– Эшем бик оҡшай. Элек-электән мигалкаларын яҡ­тыр­тып, сигналдарын ҡыс­ҡыртып йөрөгән “Ашығыс яр­ҙам”да эшләү ҡыҙыҡһын­дыра тор­ғайны. Өҫ­тәүенә, кешеләргә ярҙам итә алыу,   һөҙөмтәһен күреү һайлаған һөнәреңдең юҡҡа булмауын иҫбатлай. Башҡа ерҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Поликлиникала тик кенә ултырып эшләү – минең өсөн түгел. Әлбиттә, эш еңел тип әйтеп булмай, әммә өйрәнгән  хеҙмәттең ауырлығы тойолмай, – ти ул. 
Баймаҡ районы һәм ҡала­һында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 1939 йылда ойошторола. Әлеге ваҡытта унда тәүлек әйләнә­һенә ете бригада эшләй. Тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһаз­ландырылған ете машиналары бар. 30 фельдшер һәм 30 водитель көнө-төнө район һәм ҡала халҡының һаулығы һағында. Улар яҡынса 49 мең кешене хеҙмәтләндерә һәм тәүлегенә уртаса 50 – 55 саҡырыуҙы ҡабул итә. 
Коллектив дуҫ һәм татыу. Улар ара­һында оҙаҡ йылдар эшләп, халыҡтың абруйын яулаған белгестәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Айбулат Халисов 2023 йылда “Иң яҡшы “Ашығыс ярҙам фельдшеры” исеменә лайыҡ булған. Әле күптән түгел генә фельдшер Рәйлә Мәжи­товаға “Профессионализм һәм һөнәренә тоғролоҡ өсөн” ми­ҙалы тапшырылды. Төркмән ауылынан ирле-ҡатынлы Рә­зинә менән Мансур Шакировтар иһә 20 йылдан ашыу кеше ғүмерҙәрен бергәләп ҡотҡара. Рәзинә Зәйтүн ҡыҙы – фельдшер, ә Мансур Рәфҡәт улы “Ашығыс ярҙам” водителе. “Бер­гәләп эшләгәс, эш тә еңел бара. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙ­ҙән аңлап торабыҙ”, – ти улар. 
Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы һө­йләүенсә, “Ашығыс ярҙам” машиналарының иң яңы заманса медицина ҡорамалдары менән йы­һазландырылыуы уларҙың эшен күпкә еңеләйтә.
– Хәҙерге “Ашығыс ярҙам” машина­һын элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел. Эшләү өсөн бөтә мөмкинлек  бул­дырылған. Шунда уҡ ЭКГ, УЗИ һәм башҡа тикшереүҙәр үткә­рергә мөмкин. Дауаханала тәүлек әйлә­нәһенә дежур­лыҡ алып барыусы табиптар юлда уҡ беҙгә нимә эшләргә күрһәтмә бирә. Ә элек ҡы­ҙыл тәреле сумканан башҡа бер нәмә лә булмай торғайны, – тип һөйләй Гөлфиә Тимерйән ҡы­ҙы, һөнәренең эшенең нес­кәлектәре менән таныштырып. 
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәр­ҙәренең эше еңел түгел. Уларға төрлө сетерекле хәл, ҡатмарлы ауырыу, вируслы инфекция, хәл иткес мәл һәм хатта үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Бындай ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан сығыу өсөн һөнәри оҫталыҡ та, тәжрибә лә, етеҙлек тә, ҡыйыулыҡ та кәрәк. 
– Эшләй башлаған ғына ва­ҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынына саҡырыу булды. Уны-быны уйлап тороу юҡ, тиҙ генә машинаға сығып ултырҙым да киттек. Барһаҡ, ете мәйет. Өҫтәүенә, йәш­тәр. Шул тиклем ауыр булды. Ҡайтҡас, ултырып иланым. Иптәшем, ауыр кисерһәң, эшләмә унда, тигәйне, әммә үҙемдә көс табып, артабан дауам иттем. 
Әлбиттә, һөжүм иткән ос­раҡтар ҙа, һүҙ менән ҡыйыр­һытҡандары ла осраны. Был йәһәттән “Ашығыс ярҙам” хеҙ­мәткәрҙәре яҡлауһыҙ тип әйтер инем, – ти ул. 
Ашығыс медицина ярҙамы хеҙ­мәт­кәренең төп бурысы – ауырыуға ваҡы­тында ярҙам итеп өлгөрөү һәм уны дауа­ханаға алып барып еткереү. Бында юлдарҙың торошо ла ҙур роль уйнай. 
– Крепостной Йылайыр – Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан пациентты Сибайға алып барып еткергәнсе үлеп тереләһең, сөнки юл насар. Ә инфаркт йәки инсульт кисергән пациентты ҡуҙғатырға, һел­кетергә ярамай. Инфаркт булғанда, ғөмүмән, һәр минуты, секунды ҡиммәт, – ти өлкән фельдшер, үҙен борсоған мәсьәлә менән уртаҡлашып. 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Баймаҡ районында ла һуңғы ваҡытта ҡан та­мырҙары ауырыуҙарына бәйле инфаркт һәм инсульт осраҡтары күбәйгән. Элегерәк, мәҫәлән, йылына уртаса 60 – 70 осраҡ булһа, әле иһә ике тап­ҡырға артҡан. 
– Йәштәр араһында ла инфаркт, инсульт кисереүселәр күп. Ковидтың эҙемтәһелер, күрәһең. Шуныһы ҡыуа­ныслы: элек инфаркт кисергән кешене күп осраҡта ҡотҡарып алып ҡалып булмай ине. Хәҙер иһә Сибай ҡала дауа­ханаһында стенттар, шунттар ҡуйыу һө­ҙөмтәһендә улар иҫән ҡала һәм хатта бындай пациент­тарға инвалидлыҡ та бирелмәй. Ме­дицинаның үҫеше, заманса ҡорамалдар ошондай мөм­кин­лектәр аса, – тип дауам итә һүҙен тәжрибәле табип.
– Ауырыуҙарға ниндәй теләк­тәр еткерер инегеҙ?
– Беҙҙең башҡорт халҡы би­герәк сабыр, сыҙам. Һуңғы ва­ҡытҡа тиклем, ауырыу үтер әле тип, табипҡа мөрәжәғәт итмәй, һуҙып йөрөй. Ауырыу янына бараһың, ҡасандан ауыртыу барлыҡҡа килде, тигән һорауға ул, бер аҙна йәки бер ай элек тип яуап бирә. Ошо артыҡ сыҙам­лылыҡ һаулыҡ өсөн фай­ҙаға түгел. Уларҙың үтә һуңлап мөрәжәғәт итеүе ар­ҡаһында ярҙам итә алмайбыҙ. Шунлыҡ­тан, ваҡытында “Ашы­ғыс яр­ҙам” са­ҡыртығыҙ, тип әйтер инем. Ауыртыуға түҙергә ярамай, тиҙерәк табипҡа кү­ре­нергә кәрәк. 
Йә булмаһа, ҡайһы ерең ауырта, нисегерәк ауырта, тип һорай башлаһаң, әллә, тип ауырыуҙың билдәләрен һөй­ләп бармайҙар. Ә был табипҡа дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн бик мөһим. Ауырыуҙы йәшерергә ярамай. Һәм табип тәғә­йен­ләгән дарыуҙарҙы ваҡытында эсеп барырға кәрәк. 
Өсөнсөнән, балаларын би­герәк аяныс хәлгә төшөргән ата-әсәләр осрай. Сә­ләмәтле­генә иғтибар итмәйҙәр, дауа­ханаға бармайҙар, прививка эшләт­мәйҙәр. Ҡайһы бер ос­раҡта көсләп, ҡурҡытып ти­гәндәй баланы дауаханаға алып китергә тура килә. Ошонан сығып, ата-әсәләргә балала­рының һаулығы, ғүмере өсөн яуаплылыҡты онотма­һындар, ваҡытында дауаланыу үткәр­һендәр, тип теләр инем. 
Һәм, әлбиттә, иң ҙур теләгем – беҙ ярҙамға килергә әҙербеҙ, әммә “Ашығыс ярҙам”ға мө­рәжәғәт итергә тура килмәһен, һау-сәләмәт булһындар.

 Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА. 

Читайте нас