Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Апрель 2024, 15:13

Психологҡа барырға кәрәк – юғиһә барыһы ла йәнә ҡабатланасаҡ

Стресты тәмлекәс менән баҫмайҙар.  Күңелде күтәреү өсөн итек тә һатып алырға кәрәкмәй.   Стресс – ул бик етди проблема, уның менән белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк.  
 Психолог Павел Быков менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.   Ул кешеләргә тормоштағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, өҫтәүенә, үҙе лә психология кеүек етди фәндең баҫҡыстарын өйрәнеүҙән туҡтамай. 

– Һеҙ нисек психолог булып киттегеҙ? Ул ҡапыл ғына булмағандыр бит?
– Йәш саҡта янымдағы кеше­ләрҙән: “Үҙем дә аңламайым, нишләп мин һиңә ышанамдыр”, – тигән һүҙҙәрҙе  йыш ишетергә тура килә ине.  Һәм улар асылып, бер ҙә тартынмайынса миңә үҙ­ҙәре хаҡында һөйләй торғайны. Күрәһең, шул йылдарҙа уҡ   пси­хология менән   ет­ди шөғөлләнеү теләге барлыҡҡа кил­гәндер. Әммә тормош үҙенсә ҡарар итте: юғары белем алып, был тармаҡтан алыҫ өлкәлә эшләй башланым. Шуға ҡара­маҫтан, психологияны үҙ аллы өйрә­неүҙе дауам иттем һәм күпмелер ваҡыттан һуң күптән хыял­лан­ған һөнәрҙе алыуға өлгәштем. 
Психологияны өйрәнгәндә  ми­нең өсөн тәүҙән үк ҙур уңайлыҡтары булған йәшәү ысулдарын, үҙеңде һәм тор­мошоңдо контролгә алыу мөһим ине. Уҡыған ваҡытта һәм шәхси терапия сеанс­тарында  минең ынтылыштарым һәм тормошҡа ҡарашым  ҡайтанан ҡаралды. 
Был һөнәрҙе һайлауымды ата-әсәйем борсолоп ҡабул итте. Беренсенән, психологтарҙың эш хаҡы бәләкәй. Икенсенән,  улар психологияның үҙенән ҡур­ҡыңҡырай ине. Кемдер уларға, был фән менән ныҡ һәм оҙаҡ шөғөлләнгән кешенең үҙенең башы эшләмәй башлай, тигән. Шуға ла улар миңә: “Тәүҙә тормошта кәрәкле  белем ал, һуңынан нимә теләйһең, шуны эшләрһең”, – тине. Шулай итеп, мин менеджер-иҡтисадсы бу­лып киттем. 40 йәштә иһә икенсе юғары белем  алырға йөрьәт иттем. 
– Нимәнән башланығыҙ?
– Уҡығанда психология профессоры Вадим Сафин   остазым булды. Ул мине күп нәмәгә өйрәтте. 2013 йылдан башлап кешеләр менән эшләй башланым һәм бының миңә ысын ҡәнәғәтләнеү килте­реүен аңланым. Эшләгән эшемдең мәғә­нәһен күрҙем, ысынлап та кешеләргә яр­ҙам итә алыуымды аңланым. Парал­лель рәүештә  мәҡәләләр яҙа,  телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙа ҡат­наша башланым. Бынан тыш,  психологтар сайтында кон­сульта­циялар бирҙем. Минең арсеналымда төрлө техника бар­лыҡҡа килде,  төрлө ысулды ҡулланам. Әле үҙемдең квали­фикациямды күтәрәм – клиник психологҡа  уҡыйым. Унда өйрән­гәндәремде әле үк эшемдә уңышлы ҡулланам да инде.
Был уҡыу – үҙемә сираттағы инвес­тициям.  Маҡсатым – клиенттарға мөм­кин тиклем сифатлы ярҙам күрһәтеү, һәм, әлбиттә, үҙемә ярҙам итеү. 
– Эшегеҙҙәге ҡайһы мәлдәр һеҙҙе ҡыуандыра, ҡайһыларын иң ауырҙары тип иҫәпләйһегеҙ? 
– Клиенттарҙың терапия ваҡытында тулыһынса асылып эшләүе оҡшай.  Оҙайлы эш оҡшай, сөнки тиҙ генә глобаль үҙгәрештәргә өлгәшеп булмай.   Клиент­тың тормошо нисек үҙгәреүен күҙәтеү оҡшай.   Психотерапия  – ул иң беренсе си­ратта кеше мөнәсәбәттәре һәм ара­лашыу.  Күп нәмәне тап мөнәсәбәттәр дауалай.  Ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. 
Ауыртҡан нөктәне, ауырлыҡ нөктәһен тапҡандан һуң ғына клиенттың ҡапыл юҡҡа сығыуы борсой. Шул рәүешле ул үҙенең ҡалыплашҡан тәртибен ҡабатлай. Ә беҙ артабан китә алыр инек һәм  проблеманы хәл итер инек...
 Оҙайлы терапияла ла тормоштағы  хәл ҡабатлана. Кеше нимәнелер әйтеп бө­төрмәй, уға нимәлер оҡшап етмәй, те­рапевт нимәнелер дөрөҫ эшләмәй, әммә ул өндәшмәй, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә китеп юғала. Тормоштағы кеүек үк, мөнәсәбәттәр өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  был “стенаны” тишеп сығып булмай...
– Яҡындарығыҙ, һеҙ уларҙы үтәнән-үтә күреп тора, тип ҡурҡмаймы?
– Ысынында был дөрөҫ түгел.  Мин ҡулланған психотерапия диалогҡа ҡо­ролған, кешене үтәнән-үтә күрә ал­ма­йым. Быны шулайыраҡ күҙ алдына килте­рергә мөмкин: кеше ҡараңғы урманда китеп бара, ә мин янында фонарь тотоп барам. Уның ҡайҙа йүнәлгәнен белмәйем, тик уға ҡурҡыныс булмаһын өсөн, ҡулынан тотҡанмын.   Уның хистәре, кисерештәре, теләктәре хаҡында һорашам, һөйләшә-һөйләшә бергәләп тормошон нисек ҡороуын аңлай башлайбыҙ.    
Миңә йыш ҡына бик рациональ кешеләр килә.  Улар һорауҙарына яуапты үҙ башында эҙләй.  Ә яуаптарҙың башта ғына түгел, хис-тойғоларҙа һәм кисе­рештәрҙә лә булыуы ихтимал.  Бар нәмәгә комплекслы ҡарап ҡына дөрөҫ яуап таба  алабыҙ.  Һорауҙар аша ғына кеше асыла, мин уны шуның аша күрәм.   Диагноздар ҡуймайым.
– Психология тураһында ниндәй мифтарҙы иң мәғәнәһеҙе тип әйтер инегеҙ?
– Мәҫәлән, психологтарға тик психтар ғына йөрөүе тураһындағы миф.  Аҡыллы кеше шулай тип әйтәме?!  Мин ауыр тормош хәленә ҡалған йәки үҙҙәренең тормош сифатын үҙгәртергә теләгән, яңы ысынбарлыҡҡа ынтылған кешеләр менән эшләйем. Бәхеткә күрә, хәҙер хәл үҙгәрә.  
Йәки, мәҫәлән, психологтың үҙенең барыһы ла яҡшы булырға тейеш, юғиһә ул психолог булып эшләй алмай, тигән уй­ҙырма.    был, хирургтың аппендициты бу­лырға   йәки стоматологтың бер ҡасан да тештәре һыҙларға тейеш түгел, тигән кеүегерәк килеп сыға.  Психологтың тормошо бер нисек тә идеаль була алмай. Ғөмүмән, бер кемдең дә тормошо идеаль түгел. Беҙ – тере кешеләр, тимәк,  төрлө хәлдәр була.   Психолог шәхес булараҡ ҡы­ҙыҡлы булырға тейеш:  ниндәй юл үткән, нимә менән йәшәй, ҡыҙыҡһына,  уның тормош ҡиммәттәре ниндәй?  Белгес үҙе­нең эшендә ҡулланған ысул да улай уҡ мөһим түгел.  Уның квалификацияһы, шәхси психотерапияны файҙалана белеүе мөһим.   
– Психолог, артабан нисек йәшәргә кәрәк, тигән һорауға яуап бирәме? Әллә был да дөрөҫ түгелме?
– Йыш ҡына шундай хәл һүрәтләнә: клиент кәңәш һорап килә, һуңынан психолог уға бер ниндәй ҙә кәңәш бир­мәне, тик аҡса ғына һура, тип һүҙ тарата.
Йәнә ҡабатлап әйтәм: психолог кәңәш бирмәй, уның тормошо ла идеаль булмаҫҡа мөмкин, ул психтар менән дә эшләмәй. 
Кәңәштең файҙаһы юҡ – сөнки һәр кем уны үҙенең аҡылынан  сығып бирә:  «Ни­мәһенә үпкәләйһең...  Әйт тә ҡуй уға… Шулай эшләргә кәрәк ине…»  Ысынында шуны аңларға кәрәк: кем кемгә һәм ни өсөн үпкәләгән, нимә булған –  тап шу­ның аша ғына аңлау һәм хәлде асыҡлап үткәреү мөмкин. Үҙегеҙҙең ҡылыҡ­тарығыҙҙы психолог менән өйрәнеп, үҙегеҙҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ һәм ғәҙәтләнгәнсә түгел, ә теге йәки был хәлгә башҡаса ҡарарға өйрәнерһегеҙ, тәртибегеҙ үҙгәрер.  Был төп үҙгәреш­тәргә килтереүсе иң ҙур ҡаҙаныш булыр.  
– Ни өсөн күптәр белгестәргә  мө­рәжәғәт итергә баҙнат итмәй? Уларға ниндәй кәңәш бирергә мөмкин? 
– Күптәр йомшаҡ булыуҙан, кеше ал­дында асылыуҙан ҡурҡа һәм ярҙамға мөрәжәғәт итмәй.  Әммә тәүге  осра­шыуҙан уҡ  кешегә еңел булып китә һәм: “Нишләп оҙаҡ уйлап йөрөнөм икән...” – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.   
Профилактика өсөн генә лә консуль­тацияға килһәләр, һәйбәт булыр бит,   бәхетле кешеләр күпкә артыр ине.  Ғәҙәттә белгескә  үҙенең именлеге өсөн сығымдарҙың файҙаһын аңлаған кеше­ләр килә. Ә кемдәр ҡурҡа һәм үҙгә­рештәргә әҙер түгел, улар килмәй.  
Ҡурҡыу – ул нормаль хәл. Әммә психо­терапияға барыбер барырға кәрәк.   Ҡур­ҡыу үҙгәрештәргә ҡаршылыҡ булып тормаһын.   Һәр саҡ яңы тормош башлап ҡарауға һәм яңы, бәхетле ысынбарлыҡҡа эйә булыуға  ынтылыу зарур.
– Психологҡа бөгөн нигеҙҙә ниндәй проблемалар менән мөрәжәғәт итә­ләр?
– Һуңғы ваҡытта йыш күҙәтелгәндәре – хәүеф, ҡурҡыу тойғоһо, паникалы һөжүм.  Әле тормош бик етеҙ алға бара, үҫешә, үҙгәрә.   Кешеләргә лә баҫым ҙур, юғары та­лаптар ҡуйыла.   Үҙгәрештәргә яраҡла­шырға кәрәк, һөҙөмтәлә стресс кимәле лә күтәрелә.   
– Хәҙер психологтарға ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Һеҙ быны һиҙәһегеҙме?  
– Эйе, ысынлап та шулай.  Психологик сәләмәтлек мәсьәләләрен ысынлап та етди ҡабул итә башланылар.   Һуңғы ун йылда хәл күпкә үҙгәрҙе:  психологҡа кү­ренеү йәки психология буйынса китаптар уҡыу хәҙер нормаға әүерелеп бара.   Әгәр ҙә кеше үҙенең психологик хәле тураһында хәстәрлек күреүҙе өҫтөн ҡуя икән,   тимәк, ул аңлы һәм яуаплы кеше, ә йомшаҡ һәм ауырыу түгел.    
– Кешенең хәле яҡшырһын өсөн белгес менән нисә тапҡыр осрашыу кәрәк?
– Был һорау  икенсерәк яңғырарға тейештер.  Кемгәлер бер осрашыу ҙа етә, кемгәлер бер йыл да әҙ булыуы ихтимал.  Күп нәмә кешенең үҙе менән эшләргә әҙер булыуынан тора.  Уртаса алғанда, кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн кәмендә ун сеанс етә.   Эйе, килеп, зарыңды һөй­ләп, эсеңдәген бушатһаң – еңел булып ҡала.   Әммә артабан хәлде үҙгәртеү өсөн бер нәмә лә эшләмәһәң, ул үҙгәрмәйәсәк.  Ә бына кеше үҙе өҫтөндә эшләргә, психологтың тәҡдимдәрен үтәргә, уға нимә тура килә, нимә юҡ – шуларҙы һайларға өйрәнергә  әҙер булһа,  тиҙ арала хәлде үҙгәртергә мөмкин. Ҡайһы бер   осраҡта  төҙәтеү өсөн  физик ауы­рыу­ҙар ҙа тотҡарлыҡ яһауы ихтимал – шунлыҡтан  физик  сәләмәтлегеңде лә ҡайғыртыу мөһим.   
– Буш ваҡытығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Ҡатыным йә дуҫтарым менән киноға, театрға, музейға йөрөйөм, сәйәхәт итәм.  Ҡайһы саҡта ҡунаҡҡа барабыҙ, тәбиғәткә ял итергә сығабыҙ.  
– Үҙегеҙҙе тормошта үҙ урынын тапҡан, уңышлы кеше тип һанайһы­ғыҙмы?
– Уңышты һәр кем үҙенсә билдәләй.  Минең өсөн ул – күпме кәрәк тип иҫәп­ләйһең, шул тиклем ҡыҙыҡлы эш менән шөғөлләнеү. Тимәк, үҙемде уңышлы кеше тип иҫәпләйем.  Бәхетлемен, сөнки үҙемә оҡшаған һөнәрем бар.  Кешеләргә ярҙам итә алам.  Был миңә ҡәнәғәтлек килтерә.  


С. ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас