Баланың үҫеше ата-әсәнең иғтибарын һәм хәстәрен талап итә. Уның нормаға ярашлы үҫешәме-юҡмы икәнен белеү өсөн бәләкәстең йәше буйынса нимә эшләргә тейешлеген белеү мөһим.
Бер кемгә лә сер түгел, хәҙерге ваҡытта мөмкинлеге сикләнгән балалар һаны артҡандан-арта бара. Улар араһында психик үҫешендә тотҡарлыҡ булғандар күпселекте тәшкил итә.
Психик үҫештең тотҡарланыуы - ул иғтибар, хәтер, фекерләү, телмәр үҫешенең яй эшләүе. Был мөһим психик функцияларҙың һәр береһе баланың үҫешендә төп ролде үтәй. Әгәр уның иғтибары етерлек кимәлдә формалашмаһа, ул материалды һөҙөмтәле үҙләштерә алмай, фекерләүе булмаһа, тирә-яҡ донъя күренешен ҡабул итеү һәм уйлау мөмкин түгел, ә телмәр үҫеше артта ҡалһа, үҙ фекерен еткерә алмай.
Психик үҫеше тотҡарланған баланы ниндәй билдәләр буйынса белергә була һуң? Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бындай диагноз бер йәштә генә ҡуйылмай. Башҡа йәштәштәре менән сағыштырғанда, сабый башын һуңғараҡ тота башлай, һуңғараҡ ултыра, шыуыша, аяғына баҫа. Әйберҙәрҙе насар тотоп, аҙ хәрәкәт итһә, етмәһә, хис-тойғоло түгел икән, ата-әсәгә хәүефләнергә урын бар. Шул уҡ ваҡытта сабый
үҫешенең шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға ла кәрәк. Ниндәйҙер шик килеп тыуғанда педиатр йәки невропатолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Ике йәшлек баланың үҫеше артта ҡалыуын күрһәткән иң киң таралған билдәләр: үҙ исемен белмәү, ябай һорауҙарға реакция булмау, күпләп төкөрөү, насар йоҡлау, буштан-бушҡа күп илау, ярһыусанлыҡ.
Әгәр ҙә өс йәшлек баланың һүҙлек тупланмаһы 20 һүҙҙән артмаһа, тирә-яҡ донъя тураһында төп күҙаллауҙары булмаһа (хайуандарҙы, көнкүреш әйберҙәрен, тән өлөшөн атай алмай), ябай эште үтәй алмаһа, иғтибары тарҡау булһа, тиҙ арыһа, агрессивлыҡ өҫтөнлөк итһә, ярҙам һорап белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Психик тотҡарлыҡ күҙәтелгән дүрт йәшлек бала иғтибарһыҙ, насар хәтерле, тирә-йүн донъя тураһында төп белеме насар кимәлдә, уйындарҙа ҡатнашырға теләмәй, кәйефе һәр саҡ үҙгәреп тора. Тап 3 - 4 йәштә ныҡлап коррекция эшен башларға кәрәк, юғиһә 5 - 6 йәштә был билдәләр артҡандан-арта барасаҡ.
Әгәр һеҙ балағыҙҙың үҫешендә шикләнәһегеҙ икән, өҫтә һанап үтелгән билдәләрҙе күрһәгеҙ, ҡурҡыуға бирелмәгеҙ. Ярҙам һорап педиатр, психолог, дефектолог, неврологҡа мөрәжәғәт итеү мөһим, улар тикшереү үткәрә һәм
үҫеш тотҡарланыуын төҙәтеү буйынса тәҡдимдәр бирә. Ваҡытында асыҡланған үҫеш тайпылыштарын уңышлы төҙәтергә мөмкин.
Психик үҫештең тотҡарланыу билдәләренән ҡурҡырға ярамай. Бындай бала ғәҙәти тормошҡа һәләтле булмаясаҡ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, иртә асыҡланған һәм комплекслы төҙәтелгән осраҡта, йәмғиәткә яраҡлаша ала. Был диагноз хөкөм ҡарары
түгел, ә эш итеү өсөн сигнал булып тора. Әгәр ҙә ваҡытында күреп, дауаланып, һәр яҡлап эш алып барһаң, бала уңышлы, үҙ-үҙенә ышанған шәхес булып формалашасаҡ.
Гөлфиә ФӘЙЕЗОВА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһының уҡытыусы-дефектологы.
Баймаҡ ҡалаһы.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.