Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Апрель 2024, 14:49

Беҙҙең илдә һәр кеше ҡиммәтле

йәки Рәсәй халҡы сәләмәт булырға тейеш

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин Телеграм-каналында яҙыуынса, бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тулыһынса тыйыу – үтә лә мөһим мәсьәлә. 
“Былтыр Дәүләт Думаһы 18 йәше тулмағандарға вейп һатыуҙы һәм никотинлы электрон аппараттарҙы рекламалауҙы тыйыу тураһында закон ҡабул иткәйне. Тик ҡайһы бер һатыусылар был нормаларҙы белмәмеш була. Берәүҙәр хатта витриналарына ҡарайтылған тәҙрә ҡуйҙы, кемдер штраф түләүҙе хуп күрә – яза, потенциаль килем менән сағыштырғанда, бәләкәй күләмдә. Электрон тәмәкеләге аэрозолдең составында альдегид, гликоль, тиҙ таралыусан органик матдәләр бар. Уларҙың күбеһе ағыулы һәм йөрәкте туҡтатыуы, мейе шешенә килтереүе мөмкин. Ундай осраҡтар ҙа булды”, – тип яҙған Володин. Ил парламенты Рәйесе белдереүенсә, яуаплылыҡты көсәйтеү, законды боҙған сауҙа нөктәләренең эшен туҡтатыу, штраф күләмен, балаларға башҡа вейп һатмаҫлыҡ итеп, бер нисә тапҡырға арттырыу дөрөҫ буласаҡ.
Ә ЛДПР депутаттары вейпты тотош Рәсәйҙә тулыһынса тыйыу тураһында закон проекты әҙерләгән.
“Халыҡты һаҡлау маҡсатында вейп һатыуҙы федераль кимәлдә тыйыу мөһим. Был, әлбиттә, ҡаҙна килемен дә кәметәсәк, әммә милләттең һаулығы, айырыуса йәш быуындыҡы, беҙгә ҡиммәтерәк”, – ти проект авторҙары.
Статистика мәғлүмәттәре шундай: 2011 йыл менән сағыштырғанда, былтыр электрон тәмәке тартыусы үҫмерҙәр һаны ун тапҡырға күберәк булған. Рәсми статистиканың барыһын да иҫәпләп бөтмәүен яҡшы беләбеҙ. Тимәк, хәл-торош: “Туҡтатығыҙ!” – тип оран һалырлыҡ етди.

Тыйырға ваҡыт!

Табиптар әйтеүенсә, электрон тәмәке тартыусыларҙа пневмонияны хәтерләткән “вейп-ассоциированное повреждение легких” тигән ауырыу таралған.
Тәмәке тәмәке инде ул, ғә­ҙәтиҙе төтәттең ни, электронды тарттың ни, барыбер никотинға бәйлелек барлыҡҡа килә. Вейпта, мәҫәлән, никотинһыҙ шыйыҡ­лыҡ та хәүефле. Улар­ҙағы глицерин, пропиленгликоль, хуш еҫ биргес һәм ҡу­йыртҡыс матдә­ләрҙе еҫкәү үпкәгә ғәйәт ауыр. Һөҙөмтәһе – берәй сир янауы ихтимал.
Юлда күп йөрөгәс, үҙ күҙҙәрем менән күрәм – йәштәрҙең һәр өсөнсөһө тиерлек ике бармаҡ ҙурлығындағы бер аппаратты имеп, борҡотоп йөрөй. Элегерәк тәмәкене ҡыҙҙар йәшереңкерәп тә тота торғайны, хәҙер иһә был вейп тигән бәләкәй нәмәне, нәҙек кенә бармаҡтары менән ҡыҫып тотоп, һуралар ҙа тиҙ генә кеҫәләренә тығалар. Фу-уу! Ябай тәмәкенең дә еҫе улай һаҫыҡ һәм сөскөрткөс түгелдер. Вейптан бит тәмәке үләненең еҫе түгел, ә ванилин да (артыҡ күп булһа, уҡшытҡыс еҫ), әллә ниндәй башҡа ят еҫтәр ҙә сыға. Килеп тороп ҡуйы төтөн бөркөлә. “Был төтөн түгел, ә боҫ”, – тигән була бәғзеләр. Йәнәһе, шыйыҡлыҡтан ғына яһала. Ә шыйыҡлыҡҡа нимә ҡушылғанын уйлап ҡа­райҙармы икән?
Табип-эндокринологтар кү­ҙаллауынса, вейп тартыусылар арҡаһында киләсәктә уларға эш күп буласаҡ. Сөнки электрон тәмәке лә, ябай тәмәке кеүек, эндокрин системаһына кире йоғонто яһай. Сигарет тар­тыуҙың эҙемтәһен (йылдар дауамында уға ҡаршы көрәшкәс) әҙме-күпме беләбеҙ, ә вейп – әле өйрәнелмәгән хәүеф. Ғалимдар айырыуса үҫмерҙәрҙең һаулығы өсөн борсола. Вейпты йыш тартһаң, кеше ундағы хуш еҫ­тәргә өйрәнә, әммә улары, үҙ сиратында, организмға күп ин­гәнлектән, төрлө ағзаға (үпкәгә генә түгел!) ауырлыҡ тыуҙыра. Иң ҡурҡынысы – ир-атта тестостерон гормоны һәм спер­матозоидтарҙың һаны кәмей. Ҡатын-ҡыҙҙың да организмын тиҙ ҡаҡшата. Шулай булғас, йәш организмға кире тәьҫирен кү­ҙаллауы ҡыйын түгел. Ата-әсәләр балаһы менән аңлатыу эше алып барһа, киләсәктә ҙур бәләнән йолоп ҡалыр ине.
Ҡыҫҡаһы, электрон тәмәкенең зыяны тураһында мәғлүмәт көндән-көн артыуы ихтимал – табиптар ентекле тикшереүҙәр алып бара.

Вейптың зыяны
тураһында 
өс факт

Был турала һәр кем белергә тейеш. Хатта тартыуға әүәҫлеге булмаһа ла. Кем әйтмешләй, “иҫкәртелгән, тимәк, ҡораллы”.
Беренсенән, электрон тә­мә­кене бер тапҡыр һурғанда ла үпкәгә зыян итә. Күпме тар­таһың, үҙеңдең организмыңа шунса сир.
Икенсенән, вейпҡа бәйлелек, ябай тәмәкегә ҡарағанда, көс­лөрәк. Сөнки электрон тәмә­кенең боҫо улай уҡ киҫкен булмауы ихтимал, төпсөгө лә юҡ, тимәк, ҡулланыуы еңелерәк. Ә бәйлелектән ҡотолоуы һис тә еңел булмаясаҡ.
Өсөнсөнән, электрон сигарет­тың боҫона тәм һайлағанда, кеше үҙенең үпкәһенә нисек зыян килтереүен дә һайлай. Төтөн “тәме” үпкәгә төрлөсә йоғонто яһай. Кире йоғонто, әлбиттә. Ыңғай тәьҫире тура­һында һөй­ләгәндәре юҡ әле.

Әйткәндәй

Вейптан сыҡҡан парҙа 30 төрҙән ашыу ағыулы һәм хәтәр матдә бар икән. Мәҫәлән, шун­дайҙарҙың береһе – пропиленгликоль организмда йы­йылһа, сереү процесы башланы­уы, аллергия барлыҡҡа килеүе, нервылар системаһы көйһөҙ­ләнеүе мөмкин. 
Әгәр ҙә электрон тәмәке тартҡандан һуң, ауыҙҙа төкөрөк күбәйә икән, был – хәүефле билдә. Тимәк, организмдың ауыр металға реакцияһы шундай.
Инфаркт, инсульт, онкология хәүефе – быларҙың барыһы ла “вейпер”ҙарҙа юғарыраҡ.
...Был юлы беҙҙең депутаттар был йәһәттән тыйыу эшен аҙағына еткерһә, халыҡҡа ысынлап та файҙалы закон сыға­рыуҙарына ышаныс та артасаҡ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

Читайте нас