Яҙғыһын иң беренселәрҙән булып тәбиғәт биргән шифалы дарыуҙарҙан ҡайын һуты өлгөрә. Уны апрель баштарынан алып аҙағына тиклем йыйырға мөмкин. Һутын алыу өсөн ағастың артыҡ йәшен һайларға ярамай. Уның файҙаһы ла булмаясаҡ, йәш ағастың ҡороу ҡурҡынысы ла бар. Олонона ҙур яра һалмай, бәләкәй генә тишек эшләп, нәҙек шланг аша ғына ағыҙып алырға кәңәш ителә. Бер ҡайындан 2 – 3 литрҙан артыҡ һут алырға ярамай, юғиһә ағасты һәләк итерһегеҙ.
Организмға
файҙаһы
Ҡайын һуты – минералдар менән байытылған иң таҙа тәбиғи һыу. Яңы алынғанының составында аҡһым, углевод, ферменттар, калий, магний, натрий, кальций кеүек микроэлементтар, фруктоза, эфир майҙары, витаминдар, фитонцидтар етерлек.
Кешенең йөрәк мускулында калий һәм магний бар. Был микроэлементтар етмәгәндә аритмия башлана. Аяҡ-ҡулдар ойой. Ҡайын һутын даими эскәндә, бер аҙнанан был билдәләр юҡҡа сыға.
Фитонцидтар төрлө органдың ялҡынһыныуына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Ҡайын һутын ангинаға, фурункулез һәм һытҡыларға ҡаршы файҙаланалар. Киҙеү һәм башҡа инфекция менән сирләүселәр был тере һыуҙы эскәндә тиҙерәк йүнәлә.
Яҙғыһын кеше, йоҡлап торһа ла, төнө буйы йоҡламаған кеүек, көнө буйы тәненә көсө етмәй, йоҡомһорап йөрөй. Был хроник арыуҙан була. Ҡайын һуты бындай хәлдән бер ниндәй дарыуһыҙ ғына ла ҡотолорға ярҙам итә.
Шифалы эсемлек бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Ауырлы ҡатындарҙы шешенеүҙән арындыра. Варикоздан һаҡлай. Витаминдар һәм минералдар буласаҡ әсәй организмында калий һәм магний запасын тулыландыра. Кальций тыуасаҡ сабыйҙың һөйәктәре һәм тештәре үҫешһен өсөн кәрәк.
Уҡыусы балаларға ла ҡайын һутын йышыраҡ эсергә ҡушалар. Ул зиһенде байыта, арыуҙы бөтөрә, яҡшыраҡ өлгәшергә булышлыҡ итә, составындағы сахароза менән фруктоза мейе өсөн яҡшы яғыулыҡ булып тора. Ул бәләкәй балаларҙа ла аллергия тыуҙырмай.
Ябығырға теләүсе ҡатын-ҡыҙ өсөн дә аҙ калориялы эсемлек (100 г һутта ни бары 24 ккал ғына, шәкәр 1–2 процент ҡына) бик файҙалы. Табиптар уны көнөнә 2 литрға тиклем эсергә рөхсәт итә.
Халыҡ медицинаһында ҡайын һуты менән остеохондрозды ла дауалайҙар. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр стакан эскәндә, умыртҡа һөйәге ялҡынһыныуын да баҫа. Ауыртыу көслө булғанда, ҡайын япрағынан компресс эшләргә мөмкин.
Кемдәргә
ярамай?
Шифаһы күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡайын һутын барыһына ла эсергә ярамай. Был күберәк хроник сирле ауырыуҙарға ҡағыла.
1. Ашҡаҙан сей яраһы булған кешеләргә ярамай.
2. Бөйөрҙәрендә таш булған ауырыуҙарға ла уны артыҡ күп ҡулланырға кәңәш ителмәй.
3. Ҡайын һеркәһенә үтә һиҙгер булған кешеләргә шулай уҡ уны ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк.
Әлбиттә, ҡайын һутының зыянынан файҙаһы күберәк. Иң яҡшы клиникаларҙың табиптары ла сәләмәтлекте нығытыу өсөн уны эсергә кәңәш итә. Яҙғыһын кешеләрҙең иммунитеты ҡаҡшай, витаминдар һәм минералдар запасы кәмей. Ҡайһы берәүҙәрҙә депрессия башлана. Бына шул ваҡытта был шифалы эсемлек ярҙамға килә лә инде.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.