Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Март 2024, 14:39

«Йәшлек» еңеүсеһе «Асы» шифаханаһында ял итәсәк!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан үткәрелгән «Әсәйем хаҡында һөйләйем» тип аталған конкурсыбыҙҙа еңеүсе – Әбйәлил районынан Гөлгөнә Яхина «Асы» шифаханаһына юллама менән бүләкләнде. 

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер, тиҙәр. Белорет районындағы «Асы» шифаханаһы – тап шундай ғәжәйеп урындарҙың береһе. Ул Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта, ҡуйы урмандар, өҫкә ауып килгән тауҙар ара­һында, Белорет районының Асы ауылында урынлашҡан. Уны уратып шифалы шишмәләр, тын ғына Инйәр йылғаһы аға. Тап ошонда ла инде уның төп үҙенсәлеге. 
Асы шишмәһенең һыуында магний, кальций, бром, кремний, фтор кеүек матдәләр бар. Улар нервы системаһы, тире, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән дауалай. «Асы» шифа­ханаһы биләмәһендә бындай сыға­наҡтар тиҫ­тәнән ашыу. 
«Асы» һыуҙары – тәбиғәт мөғжи­зәһе, республикала иң йәш шифаха­наларҙың береһе. 1999 йылдың 14 ап­релендә Башҡортостандың Ми­нистрҙар Кабинеты Асы минераль һыуҙары ни­геҙендә шифахана комплексы төҙөү тураһында ҡарар сығара. 2001 йылда ябай ғына йорттарҙа тәүге 30 кеше ҡабул ителһә, бөгөн Европа талаптарына яуап биргән ун корпуста бер юлы 300-гә яҡын пациент хеҙ­мәт­ләндерелә. Кор­пустарҙағы бүлмәләр иркен, йылы, йыйнаҡ. 
«Асы»ның дауалау мөмкинлектәре ҙур. Табип­тарҙың заман технологияларын ҡулланыуы һө­ҙөмтәһендә уның даны Башҡортостандан ситтә лә киң таралған. Ҡаҙағстандан, Урта Азиянан, Европа илдәренән дә киләләр бында.
Утыҙға яҡын дауалау төрө араһында быуаттар дауамында һыналған халыҡ алымдары ла бар. Шуларҙың береһе – һөлөк һалыу. Был хаҡта «Урал батыр» эпик әҫәрендә лә телгә алына. Баш ауыртһа йә әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, боронғолар сирҙе иҫкәртеү маҡсатында яҙлы-көҙлө һөлөк һал­дырған. Улар, тамырҙарға етмешкә яҡын фермент ебәреп, ҡанды таҙарта. Шулай уҡ эҫе фитосаунала ултырып, минераль матдәләр һалынған ваннала ятып сығыу ҙа тәнгә иҫ киткес сихәт бирә. Бындай дауаланыуҙан һуң 70 йәшлек ҡарт та үҙен егеттәр кеүек тойорға мөмкин. 
– Шифаханала 250 кеше эшләй, шу­ларҙың алтмышы – медицина хеҙ­мәткәрҙәре. Барыһы ла үҙ эшен оҫта башҡара. Ял итеүсенең һәр береһенә айырым медицина хеҙмәткәре бер­кетелә, уларҙың күҙәтеүенә нигеҙләнеп, дауалау төрҙәре билдәләнә. Араларынан невролог Азамат Әлибаев, табип-терапевт Альбина Ғәббәсова, табип-педиатр Римма Сәл­тәшева, физиотерапевт Альберт Сәл­тәшев һәм баш­ҡаларҙы билдәләр инем, тәжрибәле белгестәр һәр кеше һаулығы өсөн оло яуаплылыҡ тойоп эшләй, – ти ши­фахананың медицина хеҙ­мәт­кәрҙәренә етәкселек иткән Роберт Хәниф улы Шәрипов.
Инйәр йылғаһынан түбәнерәк аҡҡан Ләмәҙҙә Атыш шарлауығы менән мә­мерйәһе барлығы билдәле. Инйәрҙең баш­ланған урынында Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – тәбиғәт мөғ­жи­зәһе Яман­тау әллә ҡай­ҙарға күгәреп күренеп тора.
Шифахана етәкселеге ял итеүселәрҙең буш ваҡы­тын күңелле, фәһемле итеп үткәрергә тырыша, төрлө тарихи урындарға экскурсия ойоштора. Һәр кис концерт, уйындарҙы тамаша ҡылырға мөмкин. Беҙ ял иткән осорҙа Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы филармониялары артис­тары, шифахана коллективы ҙур байрам яһаны. Милли уйындар ҙа ял итеүселәрҙең күңеленә хуш килә.
«Асы» шифаханаһы ни­мәһе менән оҡшаны?» – тип һорағас: «Унда массаж эшләтер өсөн генә лә барыр инем, тағы ла ашау һәйбәт, көн дә кис берәй сара үткәрәләр, ванна процедуралары шәп», – ти Лилиә исемле ял итеүсе. «Беҙ, махсус хәрби операцияла ҡат­нашыусы хәр­биҙең ата-әсәһе бу­лараҡ, ошо шифаханала ял иттек. Бик оҡшаны», – ти Баймаҡ районынан Земфира.
«Йәшлек» гәзите социаль сел­тәр­ҙәге төркөм­дә­рендә ошондай кон­курстарҙы ай һайын үт­кәрә. Шуға күрә һәр кем ҡатнашып, ҡиммәтле бү­­ләктәр оторға мөм­кин. «Йәшлек»­тән айы­рыл­ма­ғыҙ!

М.  ЙӘНГИЛДИН.

Читайте нас