БДМУ-ның «Медицина киләсәге» идаралығы етәксеһе, дөйөм химия кафедраһы доценты Айнур Ғүмәров
Нобель премияһы лауреаттары тәрбиәләргә теләй
– Беҙ студент саҡта, егерме йыл элек, беренсе курс студенттарын лабораторияға индермәйҙәр ине. Диплом алырһың да, шунан фән менән шөғөлләнерһең, ти торғайнылар. Хәҙер ундай сикләү юҡ. Фән менән шөғөлләнергә теләүселәргә яңы мөмкинлектәр асыла, уңайлыҡтар булдырыла.
Олимпиада еңеүселәре ситкә китмәһен, республикабыҙҙа ҡалһын өсөн, үҙебеҙ ҙә ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ. Һәләтле уҡыусыларҙы йәлеп итеү йәһәтенән Башҡорт дәүләт медицина университетында «Киләсәк медицинаһы» идаралығы эшләп килә. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында лабораториялар барлыҡҡа килде. Бында йәштәргә беренсе курстан уҡ проект эше менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелә, — ти химия фәндәре кандидаты, БДМУ-ның «Медицина киләсәге» идаралығы етәксеһе, дөйөм химия кафедраһы доценты, олимпиада хәрәкәтенең остаздар ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров.
Ул уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, һәләтле балаларҙы олимпиадаларға, ғилми-ғәмәли конференцияларға әҙерләү, буласаҡ ғалимдарҙы тәрбиәләү эше менән шөғөлләнә. Остаздарҙың эш системаһы уҡыусылар, студенттар менән эшләүгә, студенттар менән университет, Фәндәр академияһының алдынғы ғилми хеҙмәткәре етәкселек итеүгә ҡайтып ҡала. Был проект «Ғәмәлдәге фән» тип исемләнгән. Уҡыусылар остаздары менән ғилми проекттар әҙерләп, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай. Иң ҙур уңыштарҙың береһе Америкала үткән конференцияла Арыҫлан Сәлиховтың алтын миҙал яулауы булған.
Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһында тыуып үҫкән Айнур Ғүмәровҡа уҡыуға ынтылышты тәүге уҡытыусыһы Гөлдәр Мир ҡыҙы уятһа, тыуған төйәгенән айырылып, республика инженер лицей-интернатына уҡырға килгәс, Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина химия фәненә оло һөйөү тәрбиәләгән. Сығарылыш класында яратҡан фәне буйынса еңеү яулағас, химияны артабан фән булараҡ өйрәнеү теләге уяна. Өфө дәүләт нефть-техник университетына имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге булһа ла, ул фән менән шөғөлләнеү һәм уҡытыу юлын һайлап, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына юллана. Тәүге өс йылда дөйөм химия йүнәлеше буйынса белем эстәһә, дүртенсе курстан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө химия институтының фән кандидаттары, докторҙары етәкселегендә органик химия буйынса курс эше яҙа, органик синтез лабораторияһында шөғөлләнә.
– Курс эшендә миңә синтезлау, яңы матдәләр алыу оҡшаны. Был ваҡытта лаборатория яңы йүнәлеште, яңы матдәләрҙе тикшерә генә башлағайны. Был иһә миңә ҡыҙыҡлы проекттар, гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге асты. Курс эшемде «Дөйөм химия» журналында баҫтырып сығарҙыҡ. Ошо ваҡытта фән менән артабан да шөғөлләнеү теләге көсәйҙе. Шуға уҡып бөткәндән һуң, ошонда уҡ аспирантураға уҡырға индем. 2016 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым.
Унынсы класта уҡығанда уҡытыусыларым органик химия хаҡында һөйләгәндә, мин диссертация яҡлаған өлкәне аҙ өйрәнелгән, тиҙәр ине. Рәсәйҙә беренселәрҙән булып аллен берләшмәләрен синтезлау һәм үҙгәреүен өйрәндем. Был йәһәттән мине хуплаусы ғилми етәксемә, хеҙмәткәрҙәргә һәм дуҫтарыма рәхмәт. Был – беҙҙең берлектәге оло хеҙмәт, — ти ул.
Әле Айнур Мансур улы остазы, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусы Лиза Әғәҙуллинаның юлын дауам итеп, республика инженер лицей-интернатында уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү менән дә мәшғүл. Уның тәүге уҡыусылары фән өлкәһен һайлап, лайыҡлы урынын тапҡан. Берәүҙәре Германияла докторлыҡ диссертацияһы яҡлаһа, Америка, Мәскәүҙә уҡып йөрөгән аспиранттары бар. Ул әҙерләгән лицей уҡыусылары ла йыл һайын алдынғы урындарҙы яулай. Үткән йылда Вадим Харисов Швейцарияла үткән 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙалға эйә булып, үҙен донъяның 90 иленән килгән уҡыусылар араһында иң көслөһө тип танытҡан. Уларҙың һәр береһе менән ғорурланыуын йәшермәй Айнур Мансур улы.
– Уҡыусылар фән менән етди шөғөлләнһен өсөн 2019 йылда республика инженер лицей-интернатында «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгенең химия лабораторияһы асылғайны. Был – бик алдынғы лаборатория. Ундағы шарттар университет кимәленә торошло. Бындай лаборатория күптән асылған булһа, мин диссертациямды уҡыусы саҡта уҡ яҡлаған булыр инем.
Ун биш йыл элек беҙ күҙ алдыбыҙға килтермәгән хыялдар бойомға аша. Шуға беҙ киләсәккә ҙур хыялдар ҡороп йәшәйбеҙ. 2032 йылда Башҡорт дәүләт медицина университеты 100 йыллығын билдәләйәсәк. «Медицина киләсәге» идаралығы етәксеһе булараҡ, беҙҙең маҡсат – бына ошо күркәм юбилейға һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе Нобель премияһы лауреттары итеп үҫтереү, – ти Айнур Мансур улы, алдағы көндәргә ҙур хыялдар ҡороп.
Фән бер туҡтамай алға бара, яңы асыштар яһала. Уның үҫешенә Айнур Ғүмәров тәрбиәләгән йәш ғалимдар ҙа үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.
Г. РАМАҘАНОВА.