Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Февраль 2024, 13:38

Аутизм менән нисек йәшәргә?

Аутизм, дөрөҫөрәге, аутизм спектры боҙолоуы (ҡыҫҡартып РАС) тураһында һуңғы ваҡытта телевидениела, махсус сайттарҙа һәм интернет-форумдарҙа мәғлүмәттәр күп күренә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡала һәм райондарҙа ла баланың аутизмына юлыҡҡан ғаиләләр  бар. Һис шикһеҙ, ата-әсәләр алдында, баланы нисек тәрбиәләргә һәм үҫтерергә, тигән һорау килеп тыуа. Был  проблема алдында уларҙың бер аҙ юғалып ҡалыуы мөмкин. 

Ошо һорау менән беҙ Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһының уҡытыусы –дефектологы Гөлфиә Хәлфитдин ҡыҙы ФӘЙЕЗО­ВАҒА мөрәжәғәт иттек. 
– Гөлфиә Хәлфитдин ҡыҙы, аутизм – ул ауырыумы,  әллә психика үҫешенең  үҙенсәлектәреме? Әгәр ҙә ауырыу икән, уны  дауалап буламы?
– Аутизмды ауырыу тип әйтергә тел әйләнмәй, ул күберәк – баланың үҙенсәлеге. Сирҙең билдәләре кеше­нең аралашыуында, үҙ-үҙен тотошонда, эмоциональ хәлендә күренә. Аутистарҙың төрлөһө осрай: ҡайһы берҙәре бик оҙаҡ һөйләшмәй, үҙ эсенә бикләнгән, башҡаларҙан ситләшә, икенсе берәүҙәре, киреһенсә, артыҡ әүҙем, гел йылмая, бер туҡтауһыҙ өйөрөлә, бер үк күнегеүҙәрҙе ҡа­батлай. Аутистар араһында үтә һә­ләтле балалар ҙа осрай: берәүҙәр ҡатмарлы миҫалдарҙы үҙ аллы сисә, хәтерҙәре яҡшы, дүрт - биш йәштә үк хәрефтәрҙе танып, инглиз телендә һүҙҙәрҙе белергә мөмкин, икенселәре йырлай, бейей, бик оҫта итеп һүрәт төшөрә. Иң ҡурҡынысы – аутизмды тулыһынса дауалап булмай. Уны юҡ итә торған тылсымлы дарыу булмаһа ла, баланың хәлен еңеләйтергә мөм­кин, ваҡытында комплекслы терапия башланған осраҡта ауырыуҙың бил­дәләрен кәметеп була.
– Был ауырыуҙың барлыҡҡа ки­леү сәбәбе нимәлә?
– Табиптар аутизмдың нилектән  килеп сыҡҡанын әлегәсә асыҡлай алмай. Бала табыуға әҙерлек барышында ҡатын организмының торошо, йөклөлөк һәм бала табыу барышы, шулай уҡ ҡайһы бер инфекциялар һәм ауырлы саҡта ҡабул иткән ҡайһы бер дарыуҙарҙың мөһим роль уйнауы асыҡланған. Генетик ауырыу менән дә бәйле, тигән фекер бар. Шул уҡ ваҡытта экология тәьҫире лә булырға мөмкин.
– Сирҙең төп билдәләре ниндәй? Улар ҡасан күренә башлай?
– Баланың үҫеше боҙолоуының тәүге билдәләре ғүмеренең беренсе йылында уҡ күренә. Мәҫәлән, ул һуң ултыра, ата-әсәһе менән аралашыуҙа эмоциялар күрһәтмәй, уйынсыҡтар менән ҡыҙыҡһынмай, үҙ исеменә яуап бирмәй. Ике-биш йәшлек бала көслө тауышты ауыр кисерә, ҡолағын ҡаплай, кеше менән аралашыуҙан ҡаса, гел бер үк хәрәкәтте ҡабатлай, бер генә уйынсыҡ менән уйнай, әйберҙәрҙе бер рәткә теҙеп һала, өндәрҙе, һүҙҙәрҙе ҡабатламай, һөй­ләшмәй. 
– Гөлфиә Хәлфитдин ҡыҙы, аутист бала менән нисек йәшәргә?
– Әлбиттә, ата-әсә өсөн был ха­ҡиҡәтте ҡабул итеүе ауыр. Иң беренсе сиратта, үҙеңде ҡулға алырға һәм тынысланырға кәрәк. Ундай бала бик ныҡ иғтибар һәм тәрбиә талап итә, шуға күрә, ҡағиҙә булараҡ, ата-әсәләрҙең береһенә эштән китергә тура килә, йыш ҡына бындай ҡарарҙы әсәһе ҡабул итә. Ғаиләгеҙ өсөн көн тәртибе төҙөргә һәм уны нисек тә  тоторға тырышыу мөһим. Көн һайын бала бер үк ваҡытта йоҡонан торорға һәм йоҡларға, иртәнге, төшкө һәм киске аш бер үк ваҡытта булырға тейеш, өйҙә, урамда, йәмәғәт урындарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен яйлап өйрәтергә кәрәк. Тәртип ҡағиҙәләре балаға теге йәки был шарттарҙа нимә эшләй алыуын һәм уға ҡәтғи рәүештә нимә эшләргә ярамағанын аңларға ярҙам итә. Был ҡағиҙәләр күҙгә күренеп торған урында эленеп торорға тейеш.  Баланы ваҡытында табипҡа күрһәтергә һәм дауалау сараларын күрергә кәрәк. Аутист бала өсөн физкультура менән шөғөлләнеү, бассейнда йөҙөү фай­ҙалы.  Логопед һәм дефектолог, психолог менән шөғөлләнеү мотлаҡ. Һәр саҡ невролог менән кәңәшләшеп эш итеү зарур. Һанап үтелгән кәңәштәрҙе тотҡанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә була. Аутист балаларға ваҡытында тормошҡа яраҡлашырға  ярҙам итеү мөмһим. Улар ҙа, баш­ҡалар кеүек үк:  уҡый, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә ала. Бары үҙ донья­һында ғына йәшәйҙәр.
– Аутизм менән сирләгән балаға инвалидлыҡ биреләме?
– Әгәр ҙә бала үҙ-үҙен хеҙмәт­лән­дерә алмаһа, тәртибен контролдә тота белмәһә һәм өйрәнеү һәләте бө­төнләй йәки өлөшләтә булмағанда, инвалидлыҡ алырға мөмкин. 
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас