Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Ғинуар 2024, 13:04

Ҡышҡы ялығыҙ күңелле, иң мөһиме – бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!

Ҡыш дауам итә һәм әүҙем тормош алып барыусы йәштәр йылдың был миҙгелен күберәк саф һауала үткәрергә, рәхәтләнеп конькиҙа, саңғыла, сноубордта шыуып ҡалырға тырыша.   Тик ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнгәндә  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. 

Саңғыла шыуғанда

Ябай саңғыла, ғәҙәттә, беҙ бәләкәйҙән йәки мәктәп йәшенән үк йөрөргә өйрәнәбеҙ. Әммә ҡарап тороуға саңғыла шыуыуҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ кеүек тойолһа ла, ҡолап йәрәхәтләнеүселәр юҡ түгел. Айырыуса тауҙан шыуғанда йәрәхәтләнеү хәүефе арта. Шунлыҡтан саңғыла йөрөгәндә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотоу мөһим.  
✺ Саңғының үлсәме һеҙҙең буйға тура килергә тейеш. 
✺ Ботинкаларын саңғыға үҙаллы нығытып, сисерлек булһын.
✺ Саңғы таяғы, ботинкаһы һәм өҫ кейеме һеҙҙең үлсәмгә тура килһен һәм  көн торошона ярашлы һайланһын.  Юғиһә, һеҙгә йәрәхәтләнеү ҡурҡынысы янай. 
✺ Саңғы юлына төшөү менән шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хәрәкәте хә­үефһеҙлеге ҡағиҙәләрендәге кеүек үк,  саңғысылар араһында ла дистанция булырға тейеш. Тигеҙ юлда был ара – 3 – 4 м, ә тауҙан төшкәндә 30 метр булырға тейеш.
✺ Саңғыла йөрөгәндә тауҙан шыуыусы саң­ғы­сыларҙың юлын ҡыймағыҙ. Юлда бер кем дә булмауына инанғандан һуң ғына юлығыҙҙы  дауам итегеҙ.
✺ Тауҙан төшкәндә саңғы таяҡтарын алға ҡуймағыҙ.
✺ Әгәр ҙә ҡоларға тура килһә, бер аҙ сүгәләгәндән һуң, ҡырын ҡоларға тырышығыҙ, саңғы таяҡтары артта булһын.
✺ Трамплиндан һикермәгеҙ: бының өсөн махсус әҙерлек һәм айырым саңғылар кәрәк.
✺ Саңғы спорты менән шөғөл­лән­гәндә бит-ҡулдарҙы туңдырыу хәүефе лә бар.  Шунлыҡтан һауа температураһы 14 градустан түбән булмағанда һәм елһеҙ көндә саңғыла йөрөргә кәңәш ителә. Ә инде ҡолаҡ, танау, сикә тиреһе үҙенең һиҙгерлеген юғал­тыуын бел­һәгеҙ, йәһәтерәк уларҙы ҡул менән ыуырға кәрәк. Ҡар менән ыуырға ярамай,  сөнки тирене зарарлап, инфекция инеүе ихтимал. 

Сноубордта шыуыу
ҡағиҙәләре

Сноуборд  иң хәүефле ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе һанала, шул уҡ ваҡытта  ул йәштәр араһында иң популяры ла. Әммә таҡта һатып алып ҡына, унда шыуа башланың, тигән һүҙ түгел.  Профессиональ сноубордсы ла, яңы шыуа башлағаны ла сноубордта шыуыу ҡағиҙәләрен белергә тейеш. Был ҡағиҙәләрҙе үтәү сәләмәтлек, дөрөҫ шыуыу нигеҙе булып тора.
Статистика буйынса,  йәрәхәт алыу ҡурҡынысы  шыуырға өйрәнә башлаған ваҡытта ҙур. Шунлыҡтан сноубордта шыуырға өйрәнергә уйлаһағыҙ, ар­ҡаның аҫҡы өлөшөн һәм ҡоймосто  һаҡлаусы  махсус шорты, тубыҡты һәм беләкте махсус һаҡлаусы әйберҙәрҙе алырға тура килер. Балаларға мотлаҡ шлем да кәрәк булыр. Тулыһынса һаҡлыҡ сараларын күргән хәлдә лә тауҙан шыуған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотоу мотлаҡ. 
✺ Шыуыу ҡорамалдарының барыһы ла (таҡтаһы, нығытмалары, ботинкаһы) һеҙҙең кәүҙәгә тура килергә тейеш. Һатыусы нисек кенә маҡтамаһын, профессиональ сноубордсылар өсөн тә­ғәйенләнгән үтә лә «шәп» таҡтаны алырға ашыҡмағыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, улар ныҡ ҡаты була һәм өйрәнгән ваҡытта бигүк уңайлы түгел. Шулай уҡ шыуыу таҡтаһы артыҡ йомшаҡ та булмаһын. Ҡыҫҡаһы, «башлап шыуыусылар һәм дауам итеүселәр» өсөн тәғәйенләнгәнен алырға тырышығыҙ. 
✺ Иң беренсе  ябай ғына трассанан шыуа башларға кәрәк.  Бейек тауҙан ел һыҙғыртып шыуып төшкән сноубордсылар нисек кенә ҡыҙыҡһындырмаһын, быны эшләргә ашыҡмағыҙ. Сөнки ябай трассанан шыуған ваҡытта һеҙ тех­никаға күберәк иғтибар бирәсәк­һегеҙ, был иһә киләсәктә  шәп һәм матур шыуырға өйрәнергә ярҙам итер.
✺ Трассала шыуыусы күршеләре­геҙ­ҙе күҙ уңында тотоғоҙ һәм дистанция һаҡлағыҙ. Саҡ шыуырға өйрәнеүсе лә, шәп сноубордсы ла – икеһе лә берҙәй хәүефле. 
✺ Боролоштарығыҙҙы һәм тор­моз­дарығыҙҙы иҫтә тотоғоҙ. Тауҙан шыу­ғанда һеҙҙән алда барыусы өсөн яуап­лыһығыҙ, сөнки бәрелешкәндә һәр саҡ  арттан килеүсе ғәйепле.
✺ Трассалар киҫелешкән урындарҙа айырыуса иғ­тибарлы булығыҙ, ике яҡты ла күҙ уңынан ысҡын­дырмағыҙ. Көт­мәгәндә берәйһе юлығыҙға килеп сыҡмаһын.

Тау саңғыһында
шыуыу

Тау саңғыһына баҫыр алдынан тауҙан шыуыу ҡағиҙәләрен ентекләп өйрәнергә онотмағыҙ. Тау саңғыһы ябай саңғынан ныҡ айырыла. Ул аҫҡа ҡарай шул тиклем шәп шыуып китеүе ихтимал,  яңы йөрөй башлаған кешегә туҡтатыуы бик ауыр. Шулай уҡ был саңғыла боролоу тех­никаһын да белергә кәрәк. Шунлыҡтан иң беренсе инструктор менән шыуырға кәңәш ителә. 
✺Тау саңғыһында шыуыу өсөн тә­ғәйенләнгән ҡорамалдар  төҙөк һәм кешенең үлсәменә ярашлы булырға тейеш. 
✺Трассанан шыуған ваҡытта дистанция һаҡларға онотмағыҙ. Сноубордтағы кеүек үк, бында ла ул-был хәл була ҡалһа, арттан килеүсе ғәйепле. 
✺Трассалағы йүнәлештәрҙе, хәүефле урындарҙы киҫәтеүсе билдәләргә ҡарата иғтибарлы булығыҙ.  
✺Трассаға  иҫерек килеш сығыу тыйыла.
✺Тауҙан шыуған юлда, төшкән урын­да туҡтап торорға ярамай. 
✺Ҡолаған ваҡытта тиҙерәк ситкә ки­тергә тыры­шығыҙ, һеҙҙең арттан шыуыусылар килеп бәрелмәһен. 
✺Йәрәхәтләнергә тура килһә, мотлаҡ инструкторға йә иһә ҡотҡарыусыларға хәбәр итегеҙ. Улар килгәнсе иң яҡшыһы – йәрәхәтләнгән урынға теймәгеҙ. Ҡанаһа, ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән ҡанды  туҡтатырға кәрәк.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА

Читайте нас