Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Декабрь 2022, 17:30

Көнбағыш нервы системаһын нығыта

Табип-диетолог Елена Соломатина көнбағыштың нервы системаһын нығытыусы үҙенсәлеккә эйә булыуын һөйләне.

Көнбағыш нервы системаһын нығыта
Көнбағыш нервы системаһын нығыта

Ул уның йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын булдырмаҫҡа, организмда шешеү процестары үҫешенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итеүен дә белдерҙе.

Белгес фекеренсә, көнбағышты даими ҡулланыу нервы системаһын тынысландыра, артериаль баҫымды яйға һала. Быға улар составында булған магний һәм В төркөмө витаминдары булышлыҡ итә.

Көнбағыштың да организмдың ваҡытынан алда ҡартайыуҙы булдырмаусы антиоксидант тәьҫире бар. «Е витамины күҙәнәктәрҙең мембраналарын окисланыуҙан һаҡлай, шул рәүешле күҙәнәктең бөтөнлөгөн һаҡлай. Әгәр күҙәнәк һаҡланған икән, тимәк, ул үҙ функцияһын ваҡытынан алда үтәй ала. Окисландырыусы стресс ҡайһы бер ауырыуҙарға, шул иҫәптән Альцгеймер ауырыуына сәбәпсе була»,  –  тип иҫкәртте Елена Соломатина.

Диетолог һүҙҙәренсә, көнбағыш күҙәнәклеккә, аҡһымға бай. Белгес билдәләүенсә, бер генә етешһеҙлеге бар, көнбағыш бик  юғары калориялы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: