Ә тоҙлоға тартылһаң, организмың натрийға ҡытлыҡ кисерә. Тик уны тоҙло сохарый, чипсы менән алыштырмағыҙ. Кишер йәки сельдерей ашарға кәңәш ителә.
Һәр ваҡыт берәй тәмлекәс ашағығыҙ киләме, хром етешмәй. Торттар һәм пирожныйҙар ярҙам итмәйәсәк. Виноград, салат япраҡтары, сөгөлдөр, йәшел борсаҡ ашағыҙ. Рационығыҙға тунецты ла индерегеҙ.
Сыр ашағығыҙ, һөт эскегеҙ килһә, организмда кальций әҙ кимәлдә.Эйе, һөт ризыҡтары бында хәлде еңеләйтә ала. Кальций етешмәүен шулай уҡ брокколи, шпинат, сәтләүектәр, аҡ күсәнле кәбеҫтә, соя менән тулыландырырға мөмкин.
Һәр ваҡыт ит ашарға теләйһеңме, тимер дефициты күҙәтелә. Персик, аҡ бәшмәк, диңгеҙ кәбеҫтәһе, грек сәтләүеге, арыш икмәге тураһында онотмағыҙ, уларҙа ла тимер күп.
Фото: Т. АМАНОВ.