Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ноябрь 2022, 14:53

Бананды йыш ашарға яраймы?

Быға нутрициолог Лидия Квашнина яуап бирҙе.

Бананды йыш ашарға яраймы?
Бананды йыш ашарға яраймы?

Банан бик туҡлыҡлы аҙыҡ, калийға, магнийға, В6 һәм С витаминдарына бай, составында пектин һәм күҙәнәклек бар. Ул десертты алмаштыра ала, сағыштырмаса ҡиммәт тә түгел.

Тик нутрициолог көнөнә икәүҙән артыҡ ашарға кәңәш итмәй, хатта сәләмәт кешегә лә хәүеф янауы бар. Бик йыш ашағанда бауырҙың һимереүенә килтереүе һәм кәүҙәгә насар тәьҫир итеүе мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: