Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ноябрь 2022, 17:30

Сәсеңде нисә тапҡыр тарайһың?

Белгестәр әйтеүенсә, сәсте көнөнә 3-5 тапҡыр тарарға кәрәк. Майлы булһа, өс тапҡыр тарау ҙа етә.

Сәсеңде нисә тапҡыр тарайһың?
Сәсеңде нисә тапҡыр тарайһың?

Ни өсөн тигәндә, тарау май биҙҙәренең эшен тағы ла әүҙемләштереп ебәрә.

Сәсегеҙҙе еүеш ваҡытта тарамағыҙ.

Үҙегеҙҙең тарағығыҙҙы сит кешегә бирмәгеҙ.

Тараҡты ваҡыт-ваҡыты менән йыуып алығыҙ. Айына бер тапҡыр йылы һыуға бер аҙ шампунь һәм нашатыр спирт һалып йыуығыҙ.

Металл тараҡтар ҡулланмағыҙ, улар сәсте насарайта.

Сәсте буяу зыянлы икәнен барығыҙ ҙа белә. Буяуға ҡарағанда, фен менән киптереү һәм сәс ҡыҫтырғыс ҡулланыу тағы ла зыянлыраҡ.

Сәсте ҡырып алһаң, ҡуйы булып үҫә тиеүҙәре лә дөрөҫ түгел, сәстең ҡуйылығы һәм нисек тиҙ үҫеүе генетикаға бәйле.

Көнөнә 50 – 150 сәс ҡойолоуы норма һанала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: