Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Ноябрь 2022, 20:30

Тәм-том яратаһығыҙмы?

Бер терапевтҡа: – Тәм-том ашай алмайым, ҡоҫҡом килә, – тигәйнем. – Ашамаһаң, тағы ла һәйбәт, – ти. Шәкәре күп булған аҙыҡ-түлектән баш тартҡанда организм тулыһынса үҙгәрәсәк, ти табип-диетолог Елена Соломатина ла.

Тәм-том яратаһығыҙмы?
Тәм-том яратаһығыҙмы?

Артыҡ ауырлығы булған, шәкәр диабеты менән сирләгәндәр өсөн беренсе сиратта ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, ти белгес. Табип әйтеүенсә, рациондан десертты алғанда бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, ҡан тамыры, мейе эшмәкәрлеге, шулай уҡ сәс һәм тире торошо яҡшырасаҡ.

Елена Соломатина шәкәрҙең углевод булыуын белдереп:

– Кәнфит, торт  ашамаһаҡ, шәкәр һалмаһаҡ та,  бер нимә лә булмаясаҡ, беҙ барыбер углеводты икмәк, ярмаларҙан, йәшелсә-емештән алабыҙ, – тине.

Ә һеҙ, дуҫтар, тәм-том яратаһығыҙмы?

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: