Ошондай һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Ҡағиҙә булараҡ, үҙебеҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы әйтәм инде, «онота» белмәй ҡара ҡайғыға батабыҙ. Әммә яңыраҡ бер ир-егеттән ошолай йөкмәткеле хат килеп төштө. Шаҡ ҡаттым, тип әйтә алмайым. Кешеләр бит беҙ. Ирҙәргә лә, гүзәл затҡа ла хас – тойғоларға бирелеп алыу.
Мин иртә уянам. Кисә бигерәк инде – таңғы 5-се 10 минутта күҙҙәр асылды. Автоматик рәүештә ҡулдарым телефонға үрелде лә шаптыр-шоптор битләүемде аса һалды. Таң яҡтыһында күҙҙәрем килгән хаттар араһынан шылтыратыу билдәһе торғанын асып уҡый ҙа башланы. «Хәҙер күҙеңде асам, инәң башы малай, шылтыратып та маташҡан, иҫәүән! Көтөп ятам шул һинең маңҡалы күҙ йәштәреңде төн уртаһында! Шайтаныма таң менән уянаммы ул?» – тигән уйҙар менән урынымдан тороп киттем. Секунд эсендә хистәремде тәртипкә килтерҙем – теләгең булһа өйрәнәһең ул. Миңә яҙмай кемгә яҙһын һуң ул? Әсәһенә йә атаһына һөйләһенме? Дуҫына? Тышта океандан иҫкән һауаны оҙағыраҡ һулау ниәтендә машинама инеп ултырҙым. Тәҙрәләрҙе астым. Тынлыҡ. Донъя һил. Матур. Илаһи.
Тағы ла бер ҡат рус телендә яҙылған хатты уҡыным. Артабан башҡаларҙыҡы менән дә таныштым. Кешеләргә ауыр. Улар ҡайғыра. Һыҙлана. «Нисек оноторға ул мәлдәрҙе? Нисек унһыҙ йәшәргә? Ятһам да, торһам да, тик уны уйлайым... Ашым аш түгел, йоҡом ҡасты....» Хат эйәләре менән минең арала меңәр саҡрым ятмағандай, гүйә, йәшле күҙҙәрен миңә төбәп, янымда ултыралармы ни – уларҙың сикһеҙ ауыр булып тойолған күңел ғазаптары күңел ҡылдарымды ярһытты, ҡушылып илағым, ҡосаҡлап йыуатҡым килде... «Үтә, барыһы ла үтә бит ул... Тере кеше тереклеген итәсәк барыбер, тыныслан»...
Ваҡытҡа күҙ һалыу менән елеп машинамдан сығып киттем – йыуынырға-йышынырға, иртәнге тамаҡты йүнәтергә, Сафияны уятырға, мәктәпкә, эшкә... Мөхәббәтем емешен һөйөп уятыу, хәбәрҙәренә көлөү, һылау-һыйпау, үбеү, ҡабаландырыу, ашатырға маташыу, үҙемдең кофены ҡабалан-ҡарһалан һемереү... Бәләкәстең кейем һайлағанын күҙәтеү, башҡортса-русса-инглизсә бытылдағанын ишетеү бәхет. Шул арала ҡосаҡлап алырға, йығып һалып үпәсләргә лә өлгөрәм! Беҙҙең иртә шулай ныҡ күңелле ул. Йүгерҙек мәктәпкә. Апаһы менән видеобәйләнеш аша һөйләшеп, барып та еттек. Һәм... Шунда ғына баланың рюкзагы онотолғаны беленде!!! Шаҡ ҡатыуыбыҙҙан Сафия менән бер-беребеҙгә тексәйештек. Телефондан апаһы көлә: «Нимә эшләйһегеҙ хәҙер, индерерҙәр ҙә бит, бер көн әйберҙәрһеҙ килгән өсөн бер ни булмаҫтыр?» Ҡыҙығы – Сафия ҡапҡылар өсөн тәғәйенләнгән моҡсайын эләктереп алған бит әле! Ә мин онотҡанмын. НИСЕК?
Ә һинең, дуҫым, нимәлер, бик мөһим әйбереңде онотҡаның бармы? Бына шыпа ғына хәтерҙән сыҡҡан сағы? Осрашыуҙарҙы, асҡыстарҙы, документтарҙы онотҡанығыҙ бар, шулай бит. Ундай хәлдәр һәр берегеҙҙең башынан үткән. Иғтибар, хәҙер үтә мөһим һорау бирәм – ә нисек онотола һуң? Эйе, шулай. Сөнки һин был ваҡытта бөтөнләй башҡа уйҙар-хистәр донъяһында. Һинең тағы ла нимәлер тураһында уйларға ваҡытың юҡ. Тормошоң гөрләй, энергияң үҙеңә оҡшаған һәм һине ҡыҙыҡһындырған «донъяға» йүнәлтелгән. ҺИН ҮҘЕҢДЕҢ ТОРМОШОҢ МЕНӘН МӘШҒҮЛҺЕҢ. Шул ваҡытта рюкзактар ғына түгел, тормошоңда күпмелер ваҡытҡа урын алған кешеләр ҙә онотола.
Аңланыңмы? Ябаймы? Ҡуллан.
Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.